Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Ноябрь , 18:15

Рәсәй һәм сит ил табиптары вуз-ара кампусты юғары баһаланы

Халыҡ-ара акушерҙар һәм гинекологтар конгресы ҡатнашыусылары вуз-ара кампус мөмкинлектәре менән танышты. 

Акушерлыҡ һәм гинекология буйынса «Акушерлыҡ һәм гинекологияла ауыр сирле» I халыҡ-ара конгресы 7-8 ноябрҙә Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетында медицина фәндәре айлығына ярашлы үтә.

Сара программаһында – дауалау-диагностика һәм иҫкәртеү процестарының һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн акушер-гинекологтарҙың һәм дөйөм практика табиптарының (ғаилә табиптарының) клиник практикаһына заманса технологиялар һәм методикалар индереү мәсьәләләре. Конгреста илебеҙҙең күренекле ғалимдары, табип-гинекологтары, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия белгестәре ҡатнашты.

Сит ил делегаттарының республикаға визитының мөһим өлөшө – БДМУ-ның һәм вуз-ара студенттар кампусының фәнни потенциалы менән танышыу. Сит ил ҡунаҡтары медицина фәнендә алдынғы идеяларҙы һәм асыштарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, шул иҫәптән кампуста дисциплина-ара диалог өсөн мөмкинлектәр асылыуы арҡаһында, вуз-ара кампус ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналарҙы, уҡыу-ғилми комплексын, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттарын берләштергән студенттар киңлеге.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: