Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 2004 йылғы сығарылыш уҡыусылары “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбленә 12 пар сәхнә кейеме бүләк итте.
– Беҙҙең гимназия республикалағы иң көслө белем усаҡтарының береһе булып ҡала һәм шул уҡ ваҡытта Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Бында эшләп килгән бейеү, ҡурай, театр коллективтарының төрлө конкурстарҙа гел беренсе урындарҙы алыуын күреп ғорурланабыҙ. Яңы сәхнә кейемдәре педагогтарҙы һәм балаларҙы яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен, – тине егерме йыл элек гимназияны тамамлаған сығарылыш кластары.
Ҡара төлкө тиреһенән тегелгән бүректәр, күн ҡәмәр менән ситектәр, егеттәрҙең ыҫпай кәзәкейе менән ҡыҙҙарҙың аҡҡошто хәтерләткән аҡ күлдәге – барыһы ла йәш бейеүселәргә килешле. “Аҡйондоҙ” ансамблендә шөғөлләнеүсе гимназистар бүләк тапшырырға килгән апай һәм ағайҙарға рәхмәт йөҙөнән концерт күрһәтте.
– Әйткәндәй, бынан ике йыл элек ошо уҡ сығарылыш уҡыусыларының ярҙамы менән гимназияла медицина симуляция үҙәге асылғайны. Ғөмүмән, гимназия-интернат менән бәйләнеш тотоу һәм уның артабанғы үҫешенә өлөш индерергә ынтылыу – “беренселәр”ҙең электән килгән матур йолаһы. Ошо берҙәмлек менән көслөбөҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов.
Фото: Гөлнәзирә Торомтаева һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты.