22 ноябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында «Глобаль климат үҙгәреүенең тәбиғәткә һәм кешегә йоғонтоһо» мәктәп-семинары башлана. Уны юғары уҡыу йорто менән берлектә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора. Тыңлаусылары - Өфөнөң Ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары, ә дәрестәрҙе ӨФҺТУ-ның Тәбиғәт һәм кеше институты уҡытыусылары үткәрә. Уҡыу вуз-ара кампуста үтәсәк.
Планетала глобаль йылыныуға бәйле бөтә төбәктәрҙә лә тәбиғәт процестары һәм экосистемалар үҙгәрә. Был һауа температураһы күтәрелеүендә генә түгел, ә хәүефле һауа-климат күренештәренең йыш осрауында ла сағыла, тип иҫәпләй мәктәп-семинар етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университеты Тәбиғәт һәм кеше институтының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, география фәндәре кандидаты Рита Камалова.
- Сәнәғәт, ауыл хужалығы йәки транспорт секторы белгестәре генә түгел, шулай уҡ ябай халыҡ та Башҡортостан иҡтисадының, халҡының һәм тәбиғәтенең төрлө тармаҡтары өсөн ниндәй эҙемтәләр булыуы мөмкинлеген күҙ алдына килтерергә тейеш. Беҙҙең дәрестәр үҫеп килгән быуында тотороҡло үҫеш өлкәһендә белем биреүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән глобаль йылыныу эҙемтәләренә яраҡлашыу һәм уны йомшартыу буйынса мөмкин булған бөтә мәғлүмәттәрҙе лә үҙ эсенә ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ғалим.
Мәктәп-семинар программаһына лекциялар һәм практикумдар инә. Лекцияларҙа глобаль климат үҙгәреүенең механизмы һәм сәбәптәре, тәбиғәт мөхите һәм уның айырым компоненттары, халыҡ һәм иҡтисад тармаҡтары (сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм транспорт) өсөн ниндәй эҙемтәләр көтөлөүе менән танышасаҡтар. Практик дәрестәрҙә уҡыусылар һауа торошон күҙәтергә, үҙ тораҡ пунктының хәҙерге климаты үҙгәреүен һәм иҡтисадтың айырым тармаҡтарына йоғонтоһон анализларға өйрәнәсәк.
-ЮНЕСКО-ның Ассоциацияланған мәктәптәре системаһында климат проблемаларына айырым иғтибар бүлгән мәктәптәр бар. Әммә беҙҙең курс бөтә балалар өсөн тәғәйенләнгән, сөнки климат үҙгәреүе - глобаль мәсьәлә. Донъяның үҫешкән илдәренең күбеһе был проблеманы бергәләп хәл итә. Бынан тыш, беҙҙең өсөн «юғары уҡыу йорто – мәктәп» бәйләнешендә эшләү һәм уҡыусыларҙы университеттың ғилми мөхите менән таныштырыу бик мөһим, – тип иҫәпләй Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры, Гуманитар һәм социаль фәндәр институты доценты Рената Лоҡманова.
Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25443/