Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Ноябрь , 14:30

Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла

«Берҙәм Рәсәй» партияһының мәғариф учреждениеларын яңыртыуға йүнәлтелгән Халыҡ программаһы ярҙамында мәктәп бинаһы күҙ алдында үҙгәрә. 

Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла
Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла

Мәләүез ҡалаһындағы 8-се мәктәптә капиталь ремонт эштәре дәррәү дауам итә. Был объект «Берҙәм Рәсәй» партияһы десантының етди иғтибар үҙәгендә тотола. Партияның мәғариф учреждениеларын яңыртыуға йүнәлтелгән Халыҡ программаһы ярҙамында мәктәп бинаһы күҙ алдында үҙгәрә.

Мониторинг барышында ремонт бригадаһының бер нисә төп этапты уңышлы тамамлауы билдәләнде. Бинала тулыһынса ҡыйыҡ яңыртылған, яңы түшәмдәр ҡуйылған һәм цоколь нығытылған. Әлеге ваҡытта эшселәр биналарҙы эске яҡтан биҙәү эштәрен дауам итә, бинаның тышын матурлай һәм плитка һала.

Капиталь ремонт уҡыусылар өсөн барлыҡ сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына яуап биргән иркен, яҡты һәм уңайлы кластар булдырыу мөмкинлеген бирә.

*«Был проект - «Берҙәм Рәсәй»ҙең Халыҡ программаһы йәмғиәт өсөн мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүенең тағы бер сағыу өлгөһө. Районыбыҙҙа белем алыу өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырылыуын күреүебеҙгә шатбыҙ, был айырыуса йәштәр һәм уларҙың киләсәге өсөн мөһим», - тип билдәләне партдесант вәкилдәре.

* Яңы уҡыу йылына мәктәп үҙ уҡыусыларын һәм педагогтарын тулыһынса уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа ҡабул итә алһын өсөн төҙөкләндереү эштәрен ваҡытында тамамлау планлаштырыла.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.  

Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла
Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла
Мәләүездә 8-се мәктәп яңыртыла
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: