Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Ноябрь , 19:15

Йәш белгестәрҙең киләсәген хәстәрләп

Вуз-ара кампуста һәләтле йәштәрҙе фәнгә, мәғарифҡа һәм иҡтисадҡа йәлеп итеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән таныштырҙылар. 

Йәш белгестәрҙең киләсәген хәстәрләп
Йәш белгестәрҙең киләсәген хәстәрләп

Өфөлә «Киләсәккә лифт: һәләтле белгесте нисек асыҡларға, тәрбиәләргә һәм эш биреүсегә еткерергә» дискуссия клубының күсмә ултырышы үтте. Рәсәйҙең коммерцияға ҡарамаған төп ойошмалары етәкселәре, бизнес һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре бөгөн өҙлөкһөҙ карьера траекторияһын үҫтереүгә ниндәй саралар булышлыҡ итеүен һәм һәләтле йәштәргә үҙ потенциалын һөнәри уңышҡа табан юлда тормошҡа ашырырға ярҙам итеүен тикшерҙе.

Осрашыу модераторы, Башҡортостан Ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә индерелгән илдең беренсе кампусы булыуын билдәләне. Ул - бөгөн Башҡортостан Республикаһының фәнде, дисциплина-ара белем биреүҙе һәм креатив индустрияны үҫтереү үҙәге, уҡыусылар, студенттар, йәштәр өсөн яңы тартылыу нөктәһе.

Күсмә ултырышта ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән РФ фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова мөрәжәғәт итте. Ул, квалификациялы белгестәр иҡтисадтың һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше өсөн хәл иткес факторға әүерелә, тип билдәләне.

Спикерҙар системалы һәм дисциплина-ара ҡараштың мөһимлеген, хәҙерге фәндә уңыш өсөн фәнни аң даирәһенең киңлеген билдәләне.

Сарала ҡатнашыусылар карьераның өҙлөкһөҙ траекторияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе ярҙам варианттары, профессиональ уңышҡа табан юлда шәхси потенциалды тормошҡа ашырыу алымдары, фән һәм мәғариф өлкәһендә таланттарҙы асыҡлау һәм үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың роле һәм мөмкинлектәре тураһында белде.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуына ярашлы һәм «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән студенттар киңлеге.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: