Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе. Уны “Пакер” фәнни-етештереү фирмаһы майҙанында үткәрҙеләр. Һүҙ ҡала биләмәһендә, шулай уҡ Туймазы һәм Бәләбәй райондарында урынлашҡан предприятиеларҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү тураһында барҙы.
Республика етәксеһе кадрҙар мәсьәләһенең бөтә Рәсәй өсөн көнүҙәк икәнлеген билдәләне. Был мәсьәләне хәл итеү менән бергә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, технология процестарын автоматлаштырыу, шулай уҡ һөнәри уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе лә алып барырға кәрәк.
– Республика үҙенең яғынан эре предприятиеларҙың ихтыяжына ярашлы йәштәрҙе һөнәри белем алыуға йүнәлеш бирә. Былтыр беҙ өҫтәмә рәүештә колледждарҙа “ОДК-УМПО” өсөн 600 бюджет урыны булдырҙыҡ. Йыл һайын һөнәри белем биреү йорттарына ике меңгә күберәк кешене ҡабул итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республиканың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Яримов Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Бәләбәй райондары биләмәһендә сәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләүҙе 24 белгеслек буйынса ете колледж алып барыуын әйтте. Уларҙа алты мең студент уҡый, йыл һайын уҡыу йорттарын ике мең тирәһе белгес тамамлай.
2024 йылда 800-гә яҡын йәш белгес эшкә урынлашҡан. Йәштәрҙең бер өлөшө уҡыуҙы тамамлағас, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Башҡортостан Башлығы уларҙы, республикаға ҡайтҡандан һуң, производствоға йәлеп итеү буйынса эште яйға һалыуҙың мөһимлеген билдәләне.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡатнашыусы етәкселәр кадрҙар эшенең корпоратив программаларын тәҡдим итте. Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға эшлекле диалог өсөн рәхмәт белдерҙе.
Олег Яровиков фотоһы.