Бөгөн, 16 ноябрҙә, Өфөгә эш сәфәре менән Алтай Республикаһы Башлығы, ошо төбәктең Хөкүмәт рәйесе Андрей Турчак килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәртәбәле ҡунаҡ Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында булды.
Ике республиканың етәкселәре колледжда эшләп килгән янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар әҙерләү үҙәгенең эше менән танышты. Студенттар юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргәндәрҙе ҡотҡарыу оҫталығын да күрһәтте.
Радий Хәбиров менән Андрей Турчак «Профессионалдар - 2024» төбәк чемпионатында ҡатнашыусылар һәм студенттар менән осрашты, уларҙың башланғыстарын һәм социаль проекттарын ҡараны. Йәштәр экологияны яҡшыртыуға һәм ололарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән идеялары менән уртаҡлашты.
Төбәк башлыҡтары колледждың заманса лабораторияларында ла булды. Шул иҫәптән пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу, компьютер уйындары һәм мультимедия ҡушымталары әҙерләү, мәғлүмәти кабель селтәрҙәре, веб-дизайн, селтәрле һәм системалы идара итеү буйынса лабораторияларҙың эшмәкәрлеге менән танышты.
Колледж директоры Игорь Нуйкин, уҡыу йортон автоматлаштырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне.
– Колледжда бөтә эшмәкәрлек тулыһынса автоматлаштырылған – абитуриенттарҙан ғариза ҡабул итеүҙән студенттарҙы сығарыуға тиклем. Бөтә процестар «1С: Колледж» системаһы аша идара ителә, – тине Игорь Нуйкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледжда яңы дисциплиналар буйынса уҡытыуҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Белем биреү учреждениеларының киләсәктә кәрәкле һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүе мөһим. Колледж заманса компетенциялар үҙәге булып ҡалырға, төбәкте квалификациялы белгестәр менән тәьмин итергә тейеш, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: glavarb.ru