Кампус төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм инновацион компаниялары резиденттары өсөн “IQ-парк”тың ишектәрен асты. Унда 18-гә яҡын ғилми лаборатория урынлашҡан.
Атап әйткәндә, ҡунаҡтар Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбенең лабораторияһында булды, Өфөләге киберфизик инновациялар оҫтаханаһын ҡараны.
Артабан ҡунаҡтарҙы аддитив технологиялар лабораторияһы, киберателье менән таныштырҙылар. Унда спорт кейемдәре әҙерләйҙәр. Әйткәндәй, кейемдәрҙең датчиктары смартфондарҙағы махсус ҡушымталарға мәғлүмәттәр тапшырасаҡ.
Андрей Турчак вуз-ара студенттар кампусын ҡарағандан һуң киләсәктә мәғариф өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға Алтай Республикаһынан делегация ебәрергә тәҡдим итте.
Фото: pravitelstvorb.ru