Эш сәфәре барышында Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров менән бергә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларын ҡараны.
Бөгөн кампуста 18-гә яҡын ғилми лаборатория урынлашҡан. Ҡунаҡтар Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбенең лабораторияһында булды, Өфөләге киберфизика инновациялары оҫтаханаһын - «Берлога» Милли киберфизика платформаһы менән берләштерелгән уҡыусылар һәм студенттарҙың техник ижады өсөн майҙанды ҡараны.
Артабан ҡунаҡтарҙы аддитив технологиялар лабораторияһы, киберателье менән таныштырҙылар, унда спорт кейемдәре әҙерләнә, уның датчиктары мәғлүмәттәрҙе смартфондарҙағы махсус ҡушымталарға тапшыра.
Андрей Турчак вуз-ара студенттар кампусын ҡарағандан һуң киләсәктә мәғариф өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға Алтай Республикаһы делегацияһын ебәрергә тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттарын берләштергән студенттар киңлеге.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.