Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө йыл һайын 20 ноябрҙә билдәләнә. Балалар - беҙҙең киләсәк. Улар бәхетле, һау-сәләмәт, белемле булып үҫһен өсөн беҙҙә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Балалар хоҡуғы – ул ҡануни һәм әхлаҡи хоҡуҡтар йыйылмаһы, ул уларҙы яҡлауға һәм именлеген, һәр яҡлап үҫешеүен, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә был көндә уҡыусылар өсөн фәһемле осрашыу үтте. Райондың ЗАГС бүлегенән, Бөрйән районының Ғаилә хеҙмәте үҙәгенән вәкилдәр сығыш яһап, балаларға хоҡуҡтар тураһында күп мәғлүмәт еткерҙе.
ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Дауытова уларҙың хоҡуҡтары, бурыстары, үҙ ҡылығыңа үҙең яуаплы булыу тураһында һөйләне, тормоштан миҫалдар менән аңлатма бирҙе. Нисә йәшкә тиклем бала тип һаналалар, исемде алмаштырыу тәртибе һәм башҡа һорауҙарға ла яуап алды уҡыусылар. Үҙҙәре лә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп кенә ҡалманы, ә был өлкәлә бер ни тиклем белемдәрен дә күрһәтте.
Ғаилә хеҙмәте үҙәгенән Әлиә Айытбаева ла был өлкәлә күп кенә яңылыҡ еткерҙе. Психолог Наргөл Хәсәнова буллинг сәбәптәре, уның эҙемтәләре, интернетта үҙеңде тотоу тәртибе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ышаныс телефоны тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Балаларҙың йәнле йөҙҙәренә ҡарағанда был бик фәһемле һәм кәрәк осрашыу булды.
Фото: Г. Дауытова - “Бәйләнештә”.