Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Ноябрь , 17:25

Вуз-ара кампус резиденты эшҡыуарлыҡ компетенцияларына өйрәтә

Был башланғыстарҙың төп маҡсаты – студенттарҙы эшҡыуарлыҡ оҫталыҡтарына уҡытыу ғына түгел, ә башҡа университеттар менән партнерлыҡ селтәре булдырыу. 

Вуз-ара кампус резиденты эшҡыуарлыҡ компетенцияларына өйрәтә
Вуз-ара кампус резиденты эшҡыуарлыҡ компетенцияларына өйрәтә

Өфө вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты эшҡыуарлыҡ компетенциялары тренингтарын тәҡдим итеүселәрҙең береһе буласаҡ. Эшҡыуарлыҡ компетенцияларына тренингтар уҙғарыуға юғары уҡыу йорттарын конкурс буйынса һайлап алыу «Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проектына ярашлы уҙғарыла.

- Конкурс шарттарына ярашлы, Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы 2025-2027 йылдарҙа йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ потенциалын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйәсәк, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм тематик саралар ойошторасаҡ, - тип  билдәләне проект эштәре һәм эшҡыуарлыҡ идаралығы етәксеһе Зөлфиә Садиҡова. - Беҙ Волга буйы, Урал, Алыҫ Көнсығыш һәм Себер федераль округтарынан, шулай уҡ илдең яңы төбәктәренән 2100-ҙән ашыу студентты йәлеп итергә планлаштырабыҙ.

Был башланғыстарҙың төп маҡсаты – студенттарҙы эшҡыуарлыҡ оҫталыҡтарына уҡытыу ғына түгел, ә башҡа университеттар менән партнерлыҡ селтәре булдырыу, был киләсәктә университет-ара һәм, бәлки, халыҡ-ара проекттар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.

Өфө университетының программаһын уңышлы тормошҡа ашырыуы артабан Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә киң таратыу һәм ҡулланыу өсөн һөҙөмтәле модель төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: