Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Ноябрь , 11:00

Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне

Атайҙарының әсәләренә ҡарата мөнәсәбәтен күҙәтеп, малайҙар мөһим тормош һабағы ала.

Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне
Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне

 "Башҡортостан ирҙәр ҡоро" ойошмаһы Өфө ҡалаһындағы "MOСАФИР" оҫтаханаһында Әсәләр көнөнә арналған матур сара ойошторҙо. Маҡсаттары – әсәйҙәргә бүләк әҙерләү.

 Атайҙар һәм улдар күн эшкәртеү оҫталарының иғтибары аҫтында асҡыс һауыты әҙерләне. Артабан унда ҡәҙерле кешеләренә төбәп йылы һүҙҙәр яҙҙылар. Эш барышында күн эшкәртеү нескәлектәрен өйрәнделәр.

Атайҙарының әсәләренә ҡарата мөнәсәбәтен күҙәтеп, малайҙар мөһим тормош һабағы ала. Улар үҫкәс, тормош иптәшенә, балаларына шундай уҡ ҡарашта була.

"Башҡорт мәҡәле әйткәнсә: "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ". Ысын ир-ат барыһын да белергә тейеш. Бындай саралар ошо сифаттарҙы үҫтерә. Балаларының үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләкте әсәйҙәр алып ҡыуанғандарҙыр, — тине РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Башҡортостан ирҙәре ҡоро" рәйесе Зариф Байғускаров. — "Мосафир" оҫтаханаһын нигеҙләүсе Азамат Юлдашбаевҡа ярҙамы өсөн рәхмәт!

Был яҡты һәм гүзәл байрам әсә абруйын арттыра, ғаилә ҡиммәттәрен нығыта. Был сарала атайҙар һәм улдар араһы яҡынайҙы, ижад ярҙамында йылы хистәрҙе белдерергә өйрәнделәр.

Фото: "Башҡортостан ирҙәр ҡоро" ойошмаһынан.

Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне
Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне
Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне
Атайҙар һәм улдар Әсәләр көнөнә бүләк әҙерләне
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: