Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Ноябрь , 17:45

“Сириус”та Башҡортостан ғалимдарының алдынғы эштәре менән таныштырҙылар

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге стендында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларынан 10-дан ашыу экспонат күрһәтелде. 

“Сириус”та Башҡортостан ғалимдарының алдынғы эштәре менән таныштырҙылар
“Сириус”та Башҡортостан ғалимдарының алдынғы эштәре менән таныштырҙылар

«Сириус» федераль биләмәһендә Йәш ғалимдар конгресы старт алды. Майҙансыҡта Рәсәйҙең заманса технологиялары күргәҙмәһе бара: илдең 50 ҙур компанияһы, алдынғы юғары уҡыу йорттары, ғилми-белем биреү үҙәктәре, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары ғилми ҡаҙаныштары, эшләнмәләре һәм стартаптары менән таныштырҙы.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге стендында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларынан 10-дан ашыу экспонат күрһәтелде.

Вуз-ара кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты ПИШ-тың «Киләсәк моторҙары» юғары технологик эшләнмәләрен тәҡдим итте, улар араһында пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн ҡеүәте 3 кВт һәм 15 кВт булған даими магнитлы юғары һөҙөмтәле контактһыҙ электр двигателдәре бар.

Стендта Өфө университеты ғалимдары эшләгән "НЕФАЗ" автобусы макеты ла урынлаштырылған. Экспонаттың кузов һәм эске панелдәре полимер композиттар ҡулланып эшләнгән.

Конгресс сиктәрендәге экспозиция түбәндәге тематик йүнәлештәр буйынса бүленгән: Ғилми-технологик өҫтөнлөктәр аллеяһы, «Ғилми башланғыстар проспекты», «Милли-мәҙәни үҙәктәр биләмәһе», «Мөмкинлектәр киҫелеше», «БРИКС» зонаһы, «РТК кубогы» һәм башҡалар.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: