Белем һәм тәрбиә
4 Декабрь 2024, 12:55

Медицинала яһалма интеллектты ҡулланыуға арналған форум үтте

Форум барышында Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Ырымбур дәүләт медицина университеты, Волга буйы медицина тикшеренеү университеты (Түбәнге Новгород), Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡатнашыусылары медицина һәм кеше һаулығы өлкәһендә инновация проекттары булдырыуҙа ярышты.

Медицинала яһалма интеллектты ҡулланыуға арналған форум үттеМедицинала яһалма интеллектты ҡулланыуға арналған форум үтте
Медицинала яһалма интеллектты ҡулланыуға арналған форум үтте

Өфөлә медицинала яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса ҙур форум үтте. Был - «Росмолодёжь.Гранты» фондының грант проектының финал сараһы. Уны вуз-ара кампус резиденты – «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә булдырылған Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты Киберүҙәге ойошторҙо.

Форумда 250-нән ашыу медицина һәм техник белгеслек студенттары, медицина һәм яһалма интеллект өлкәһендә 50 профилле эксперт, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән – Мәскәүҙән, Волгоградтан, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, шулай уҡ Афинанан (Греция) спикерҙар ҡатнашты.

Форум барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты, Ырымбур дәүләт медицина университеты, Волга буйы медицина тикшеренеү университеты (Түбәнге Новгород), Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡатнашыусылары медицина һәм кеше һаулығы өлкәһендә инновация проекттары булдырыуҙа ярышты.

Беренсе нейрохакатонда Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы еңеүсе булды. Икенсе урынды – Ырымбур дәүләт медицина университеты студенттары проекты, өсөнсөнө - Волга буйы медицина тикшеренеү университеты (Түбәнге Новгород), дүртенсе урынды Башҡорт дәүләт медицина университеты командаһы яуланы.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас