3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылдағыса “Тура бәйләнеш” үткәрҙе. Быйыл эфир 4 сәғәт 13 минут барҙы. Ошо ваҡыт дауамында Радий Хәбиров халыҡтың, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Улар араһында мәғариф, юғары белем биреү, атап әйткәндә, Өфө вуз-ара кампусы төҙөлөшө хаҡында ла һорауҙар булды.
“Кампус әле эшләй. Ә инде ете башняға килгәндә, уны төҙөйбөҙ, ул – 4,5 мең кешегә иҫәпләнгән урын. Иң ҙур башня 34 ҡатлы булып, Өфөнөң һәр нөктәһенән күренеп торасаҡ. Архитектура йәһәтенән бик матур объект буласаҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров “Тура бәйләнеш” барышында.
Заман һынауҙарына ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа социаль, шул иҫәптән мәғариф объекттары төҙөлөшө дауам итә. Был федераль кимәлдә билдәләнгән һәм хуплау тапҡан өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин ПАВЛОВ юғары уҡыу йорттары, республика һәм ил өсөн вуз-ара кампустың ниндәй мөмкинлектәр асыуын билдәләне.
– Өфө кампусы – биналар һәм ҡоролмалар йыйылмаһы ғына түгел, ул күпкә киңерәк төшөнсәләрҙе берләштерә: ул – кешеләрҙең йәшәү рәүеше, уй-фекерҙәре. Кешелек кешене үҫтереүҙең төп ҡиммәт булыуын аңлай бара. Кампус Өфө ҡалаһы үҙәгендә интеллектуаль үҙәк булдырыу мөмкинлеге бирә.
Ул, тәү сиратта, республика юғары уҡыу йорттарын алдынғы фәнгә йәлеп итеү яҡлы. Күп йылдар дауамында беҙ иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ә яңы белем етештереү тураһында уйламаныҡ. Бөгөн яңы белем алырға әҙер булған йәштәрҙе матди һәм интеллектуаль мөхит менән тәьмин итеү өсөн уникаль мөмкинлегебеҙ бар. XXI быуатта ла, артабан да алдынғы фәнни белемгә ынтылған йәмғиәт, ил еңеүсе буласаҡ. Кампусҡа проекттар һайлап алыу буйынса алып барылған ҙур эш ғилми кадрҙар әҙерләүҙә, республика һәм ил өсөн сәнәғәттең, производствоның, халыҡ хужалығының яңы тармаҡтарын булдырыуҙа үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк.
Беҙҙең кампустың үҙенсәлекле булыуы күп нәмәлә сағыла: архитектура, урыны йәһәтенән дә, шулай ҙа иң мөһиме – кешеләр. Бөгөн үк беҙ бығаса республика вуздарында бер ҡасан да булмаған лабораторияларҙы күрәбеҙ.
Минең шундай хыялым бар һәм ул тормошҡа ашыр тип ышанам: 10-15 йылдан Өфө кампусының үҙенең Нобель премияһы лауреаттары буласаҡ.
Фото: БДМУ сайтынан.