3 декабрҙә үткән “Тура бәйләнеш” ваҡытында Радий Хәбиров билдәле блогер Регина Докторҙың балалар туҡланыуы сифатын яҡшыртыу буйынса бергәләп эшләргә тигән тәҡдимен ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы мәктәп туҡланыуының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, сөнки ул милләттең сәләмәтлегенә йоғонто яһай.
“Тура бәйләнеш”тән һуң ошо хаҡта ентеклерәк белешеү маҡсатында Регина Докторға мөрәжәғәт иттек. Бына нимәләр һөйләне ул:
– Башҡортостанда балалар туҡланыуы мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә, уның сифатын яҡшыртыу буйынса даими эш алып барыла. Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ысынлап та, был темаға ҡағылышлы ялыуҙар һаны кәмегән. Башҡортостандың был тәңгәлдәге эш тәжрибәһе тотош Рәсәй өсөн өлгө булырлыҡ. Мин бөтә ил буйынса ҙур аудиториялар менән эшләйем һәм күп урындарҙа беҙҙә был мәсьәләгә шул тиклем етди иғтибар бирелеүенә ғәжәпләнеү, һоҡланыу белдерәләр.
Балалар туҡланыуы – ул мәктәптәге, балалар баҡсаһындағы туҡланыу ғына түгел. Туҡланыу мәҙәниәте тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнә. Беҙ хәйриә белем биреү проекты булдырҙыҡ, уның барышында ата-әсәләрҙе, тәрбиәселәрҙе, педагогтарҙы балаларҙы дөрөҫ туҡландырыу нигеҙҙәренә өйрәтәбеҙ. Ошоға ярашлы, Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә 600 педагог ҡатнашлығында күнекмәләр үткәрҙек. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт туҡланырға, кәүҙә ауырлығын нормала тоторға теләгән үҫмерҙәр менән дә эшләйбеҙ. Уларға әҙер туҡланыу рационы, менюлар, рецепттар тәҡдим итәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – сәләмәт туҡланырға өйрәтеү менән бер рәттән һимеҙлек, 2-се төрҙәге шәкәр диабеты кеүек сирҙәрҙе иҫкәртеү.
“Тура бәйләнеш” барышында республикала ошондай проектҡа ихтыяж бармы тип һораным. Радий Фәрит улы был тәҡдим менән ҡыҙыҡһынды, яҙып алды. “Был – беҙҙең киләһе кимәл. Беҙ туҡланыуҙы байытасаҡбыҙ, йәшелсәләрҙе күберәк өҫтәйәсәкбеҙ, әммә балаларҙың ғаиләлә дөрөҫ туҡланыу ғәҙәттәренә эйә булыуы мөһим”, - тип билдәләне ул.
Әлеге ваҡытта был проектты “Роспотребнадзор”, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек ведомстволарҙа килешеү эшен алып барабыҙ. Беү тәҡдим иткән күрһәтмәләр менән республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндә йәшәгән кешеләр ҡуллана алырға тейеш. Мәҫәлән, әсә кеше үҙе теләгән ваҡытта баланы дөрөҫ туҡландырыу буйынса лекцияны тыңлай алһын, әҙер менюлар, рецепттар менән танышһын. Йәғни проектыбыҙҙың маҡсаты – ғаиләләрҙе, педагогтарҙы, үҫмерҙәрҙе дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәренә өйрәтеү.
Фото: Регина Докторҙың шәхси альбомынан.