“Мәғариф аҙналығы“ мәғариф проекты 2 декабрҙә #МЫВМЕСТЕ граждандар форумы алдынан старт алды. Уның сиктәрендә илдең төрлө субъекттарында йәштәр менән ирекмәнлек темаһына арналған махсус лекциялар һәм осрашыуҙар үтә. Проектты Рәсәй “Белем“ йәмғиәте “Изгелек.рф“ ассоциацияһы тормошҡа ашыра.
Ирекмәндәр көнөндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Һиндә изгелек – уға бүләк ит“ лекция-күргәҙмәһе үтте. Сара студенттарҙы, уҡытыусыларҙы һәм ирекмәнлек мәсьәләләренә битараф булмағандарҙы йыйҙы.
Сараны “Белем“ йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы директоры Айһылыу Илембәтова асты. Рәсәй “Белем“ йәмғиәте лекоры, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һаулыҡ һаҡлау һәм тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге кафедраһы доценты Элина Сафина һәр кешенең тормошонда ирекмәнлек эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне.
Лекция шулай уҡ социаль яуаплылыҡ һәм йәштәрҙең ирекмәнлек инициативаларында ҡатнашыуының мөһимлеге буйынса мәсьәләләргә ҡағылды. Элина Сафина уңышлы проекттар миҫалдарын һәм башҡаларға ярҙам итеүҙә үҙ һөнәрен тапҡан кешеләрҙең илһамландырғыс тарихтарын һөйләне.
Сараның кульминацияһы булып квиз торҙо. Ул ҡатнашыусыларға алған белемдәрен нығытырға һәм фекер алышыуҙы әүҙемләштерергә мөмкинлек бирҙе. Барыһы ла һорауҙарға дәртле итеп яуап биреп, “Белем“ йәмғиәтенән бүләктәр алды.
Лекция-күргәҙмә ирекмәнлекте популярлаштырыуға һәм дөйөм файҙа өсөн эш итергә әҙер булған битараф булмаған кешеләр берләшмәһен булдырыуға мөһим аҙым булып торҙо.
Рәсәй “Белем“ йәмғиәтен #МЫВМЕСТЕ форумына интеграциялау дауам итә.
Фото: Элина Сафина.