Белем һәм тәрбиә
6 Декабрь 2024, 15:55

Мәктәп мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк

Әлеге ваҡытта Затон биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға табан бара, уны төҙөү 96 процентҡа үтәлгән. Белем усағы 1500 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәктәп 2025 йылдың 1 сентябренә асылыр тип көтөлә. 

Мәктәп мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәкМәктәп мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк
Мәктәп мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк

Йылдағы традицияға ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ойошторолған тура бәйләнештә мәғариф, яңы мәктәптәр төҙөлөшө хаҡында ла һорауҙар булды. Шуларҙың береһе Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендәге яңы мәктәп төҙөлөшөнә ҡағылышлы яңғыраны. Һорау биреүсе был белем усағының ҡасан төҙөлөп бөтөүе менән ҡыҙыҡһынды.

Тура бәйләнештең мәғариф тармағына ҡағылышлы өлөшөнә фекерен белдереүҙе һорап, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Вәкил улы Хажинға мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимәләр хаҡында һөйләне.

– Тура бәйләнеш барышында мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы бик мөһим һорауҙар күтәрелде. Улар мәктәп туҡланыуы, мәғариф учреждениеларына ҡағылышлы төҙөлөштәр һәм капиталь ремонт мәсьәләләренә ҡағылды. Республика капиталь ремонт буйынса федераль программала әүҙем ҡатнаша. 2025 – 2027 йылдарҙа 85 мәктәп, 16 балалар баҡсаһы, ете колледж ремонтланасаҡ. Был күрһәткестәр буйынса беҙ ил кимәлендә алдынғы позиция биләйбеҙ. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса өсөнсө урынды биләйбеҙ. Бүленгән финанс саралары ла бик ҙур – 8,8 миллиард һум самаһы.

Радий Фәрит улы концессия килешеүенә ярашлы сафҡа индерелгән мәктәптәр төҙөлөшө тураһында ла әйтте. Затон биҫтәһендәге мәктәпкә килгәндә, ул әҙер, тип әйтергә мөмкин. Ул быйылғы уҡыу йылында уҡ тапшырылыр, тип көткәйнек, әммә намыҫһыҙ концессионерҙарға бәйле проблемалар килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә төҙөлөштө алып барыусыларҙың иҫәптәренә арест һалынды. Ошоға бәйле объектты сафҡа индереүҙә проблема килеп сыҡты. Республика Хөкүмәте был хәлдән сығыу юлын тапты. Концессия килешеүе яңынан төҙөләсәк. Мәктәп 2025 йылда төҙөлөп бөтөп, тапшырылыр, тип ышанам.

Белешмә өсөн

Әлеге ваҡытта Затон биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға табан бара, уны төҙөү 96 процентҡа үтәлгән. Белем усағы 1500 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәктәп 2025 йылдың 1 сентябренә асылыр тип көтөлә, сөнки төҙөлөш эштәренең дүрт процентын ғына тамамларға ҡалды. Ул йылытыуға тоташтырылған да инде. Республика Башлығы халыҡты мәктәп асылғанға тиклем сабырлыҡ күрһәтергә саҡырҙы.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас