Элена менән Илһам Ғәлләмовтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Атай менән әсәй уларҙың барыһына ла матур тәрбиә бирергә, һәләттәрен үҫтерергә тырыша. Өлкәндәре Әдилә 9-сы класта уҡый, Исламға – биш, ә кескәй Әминәгә – дүрт йәш. Ислам менән Әминә һүрәт төшөрөргә ярата, шуға күрә Ғәлләмовтарҙың өйҙәрен балалар төшөргән матур, сағыу һүрәттәр биҙәй. Әле улар Яңы йыл уйынсыҡтары эшләү менән мәж килә.
Күптән түгел кескәй Әминә Өфө районының “Уфимские нивы” гәзите редакцияһы үткәргән ижади конкурста ҡатнашҡан. Ул унда үҙ ҡулы менән эшләгән Ҡарбабайҙы тәҡдим иткән. “Әминәгә дүрт кенә йәш, ә ул әле үк ысын мөғжизәләр тыуҙыра белә. Уның Ҡарбабайы ғәҙәти ҡәһүә стаканынан һәм мамыҡ дискыларҙан эшләнгән. Бәләкәй ҡыҙҙың фантазия байлығы, деталдәргә иғтибарлылығы һоҡланыу уята”, – тип яҙҙы редакция хеҙмәткәрҙәре.
Шулай уҡ Әминә фортепиано буйынса дәрестәр ала башлаған. Кескәй оҫтабикәгә бар йәһәттән уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Э. Ғәлләмованан.