Белем һәм тәрбиә
11 Декабрь 2024, 13:20

Республиканың урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына инәсәк

Бишбүләк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы филиалында булды.

Республиканың урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына инәсәкРеспубликаның урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына инәсәк
Республиканың урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына инәсәк

Учреждениела бөтәһе 236 студент уҡый. Бында ашнаҡсылар һәм кондитерҙар, тегенселәр, тракторсы-машинистар, электромонтерҙар, һәм башҡа оҫталар әҙерләнә.

Радий Хәбиров белем биреү программалары менән танышты, уҡыу кластарын, кондитер цехын, спорт залын, шулай уҡ 42 урынлыҡ ятаҡты ҡараны. Колледж филиалы етәксеһе Ринат Әфләтунов билдәләүенсә, уҡыу корпусы бинаһы 1976 йылда төҙөлгән. Бында ҡыйыҡты капиталь ремонтлау, шулай уҡ 150 урынлыҡ яңы ятаҡ төҙөү талап ителә.

Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы филиалы республиканың урта уҡыу йорттарын яңыртыу программаһына индерергә планлаштырыла, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ махсус хәрби операция барышында һәләк булған, ошо уҡыу йортон тамамлаған Рәмзәл Нафиҡовты, Александр Кузьминды, Олег Супонькинды һәм Евгений Труновты иҫкә алды һәм иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскә һалды.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас