Белем һәм тәрбиә
12 Декабрь 2024, 12:25

Мәғарифҡа иғтибар өсөн рәхмәт!

Бер кластан дүрт уҡыусыһы математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. 

Мәғарифҡа иғтибар өсөн рәхмәт!Мәғарифҡа иғтибар өсөн рәхмәт!
Мәғарифҡа иғтибар өсөн рәхмәт!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандар араһында Өфө ҡалаһындағы 93-сө физика-математика лицейының математика уҡытыусыһы Айҙар МИҢЛӘХМӘТОВ тә булды. Ул беҙҙең баҫмаға был хаҡтағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. 

– Миңә быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлау бәхете тейҙе. Беренсе тапҡыр бындай тантаналы сарала ҡатнаштым, ундай хөрмәтле кешеләр араһында булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәне.

Мөрәжәғәтнамәлә үҙемдең һәм уҡыусымдың исеме яңғырауы ҙур ғорурлыҡ тыуҙырҙы. Март айында беҙҙең лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Дмитрий Вылубков Төркмәнстанда үткән I халыҡ-ара математика олимпиадаһында ҡатнашҡайны. Рәсәй йыйылма командаһы составында ул беренсе урын яуланы һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул Башҡортостандан бер үҙе генә ине. Мин 5-се кластан уның математика уҡытыусыһы булдым. Дмитрий – бик һәләтле бала. Ул – шулай уҡ Бөтә Рәсәй математика олимпиадаһы призеры, 10-сы класта уҡ алдан үҙе теләгән университетҡа уҡырға инеү хоҡуғыалды һәм әле Мәскәүҙә Мәскәү физика-техник университетында уҡып йөрөй. Былтыр 11-се класты тамамлағандар араһында дүрт уҡыусым математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Класта уртаса балл 94 ине.

Үҙем 14 йыл лицейҙа эшләйем. Математика уҡытыусыһы булараҡ, йыл һайын Бөтә Рәсәй математика уҡытыусылары олимпиадаһында ҡатнашам, еңеүҙәр яулайым. Халыҡ-ара уҡытыусылар олимпиадаһында ике йыл рәттән еңдем.  

Әлбиттә, иҡтисад, МХО-ға ярҙам, социаль үҫеш – барыһы ла мөһим. Ләкин уҡытыусы булараҡ, Радий Фәрит улының, ниһайәт, федераль аҡсаға математика лицей-интернаты төҙөләсәк тигән яңылығы уғата ҡыуандырҙы. Беҙ быны ныҡ көтәбеҙ, ул яҡын арала әҙер булыр тип ышанабыҙ. Өфөлә лә, тотош республикала ла һәләтле балалар күп, уларҙы бер урынға туплау яҡшы булыр ине.

Шулай уҡ Радий Фәрит улының уҡытыусыларҙы шифаханаға ебәреү тураһында ҡарарын ҡыуанып ҡабул иттем. Башҡортостан – шифаханалары менән дан тотҡан төбәк. Бәләкәй саҡта әсәйем менән “Янғантауҙа” булдым. Хәҙер ҙә ошо мөмкинлектән файҙаланырға теләйем.

Тағы ла олимпиадаларҙа еңгән уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн премия артыуы шатландыра, был – тырышып эшләүгә стимул. Радий Фәрит улына мәғарифҡа иғтибары өсөн ҙур рәхмәт, - тине ул.

Фотола Айҙар Миңләхмәтов уҡыусыһы Дмитрий Вылубков менән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас