Вуз-ара кампуста БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов рәйеслегендә республика юғары уҡыу йорттарының Ректорҙар советы уҙҙы.
- Был ултырыш беҙҙә һәр ваҡыт республика Хөкүмәте менән берлектә үтә һәм бөгөн беҙ йомғаҡ яһайбыҙ һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, республика юғары уҡыу йорттарының Президент тәҡдим иткән яңы милли проекттарҙа ҡатнашыуын тикшерәбеҙ. Көн тәртибе үҙәгендә: демография, йәшәү сифатын күтәреү, һаулыҡ һаҡлау һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек, кадрҙар потенциалын булдырыу мәсьәләләре. Шуныһы мөһим, беҙ оҙаҡ йылдарға үҫеш офоғон күҙаллайбыҙ, - тип билдәләне Валентин Павлов.
Совет республиканың Юғары уҡыу йорттары Ректорҙар советының яңыртылған залында үтте һәм юғары уҡыу йорттары, БР Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы вәкилдәрен генә түгел, республика Хөкүмәте ағзаларын да йыйҙы. Совет ултырышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ҡатнашты.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.