Белем һәм тәрбиә
17 Декабрь 2024, 13:30

"Патриот"та тормош гөрләй

2024 йылда бында тағы ла ике йорт модуле һәм тренажерҙары, баскетбол, футбол, волейбол һәм көрәш менән шөғөлләнеү өсөн залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башланы.

"Патриот"та тормош гөрләй"Патриот"та тормош гөрләй
"Патриот"та тормош гөрләй

17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2024 йыл өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тикшерелде.

Республиканың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, парк Шишмә районында 2022 йылдан эшләй. Ул “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү уҡытыу-методик үҙәген, “Партизан ауылы” музей-күргәҙмә комплексын, хәрби-тактик уйындар үҙәген, хәрби-ялан лагерын, “Геройҙар уҙышы” ҡаршылыҡтар һыҙатын, йоҡо корпустарын һәм ашхананы үҙ эсенә ала.

– 2024 йылда тағы ла ике йорт модуле һәм тренажерҙары, баскетбол, футбол, волейбол һәм көрәш менән шөғөлләнеү өсөн залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башланы, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин. – Физкультура-һауыҡтырыу комплексына йыйындарҙа һәм профилле сменаларҙа ҡатнашыусылар, шулай уҡ урындағы халыҡ килә.

“Авангард”тың дөйөм һыйҙырышлылығы – сменаһына 400 кеше. 2024 йылда бында 5 379 уҡыусы биш көнлөк уҡыу күнекмәләре үткән, уларҙың 424-е – һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары. 6 737 кеше өсөн профилле сменалар ойошторолдо. 1 049 бала вышканан парашют менән һикерҙе, 6 191 кеше “Геройҙар уҙышы”н үтте.

– Төрлө иҫәп төрҙәрендә торған үҫмерҙәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Улар өсөн тәүге тапҡыр март айында “Республика көсө”, ноябрҙә - “Йәш спецназсы” сменалары, ә йәйге осорҙа төбәктең махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр өсөн профилле көндәр ойошторолдо. Унда 500-гә яҡын кеше шөғөлләнә, –тип аңлатма бирҙе Илдар Мәүлетбирҙин. – Шулай уҡ бында хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм МХО-ла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үтә.

Бынан тыш, паркта башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар ҙа үҙҙәренең сараларын үткәрә. Мәҫәлән, улар “Ирекмәндәр лагеры”, Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө, йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙар, “Башҡортостан йәштәре командаһы мәктәбе” проектында ҡатнашыусылар өсөн семинар ойошторҙо. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм инвалидтар өсөн “Патриот”та ишетеү һәләте буйынса инвалид йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй форумы, һаңғырау һәм насар ишетеүсе балалар өсөн смена, 300-ҙән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Геройҙар биләмәһе” патриотик слеты ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә 2025 йылдың йәйенә парк биләмәһендә Максим Серафимов скверын төҙөкләндереүҙе тамамларға ҡушты. Илдар Мәүлетбирҙин яҡтыртыуҙы үткәреүҙәрен, брусчатка һалыуҙарын, яугир-яҡташҡа бюст эшләргә һәм ҡуйырға кәрәклеген билдәләне.

– Эшләргә кәрәк, эшкә алығыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Пландан – үткәреү һәләтен арттырыу өсөн бассейн һәм тағы ла ике модулле корпус ҡуйыу. Стәрлебаш районында “Орлёнок” лагерында “Патриот” паркының филиалы буйынса эште аҙағына тиклем еткерегеҙ. Ҡыйғы районында ла шөғөлләнергә кәрәк, урында кәңәшмә үткәрәбеҙ һәм тағы бер тапҡыр тикшерербеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас