Белем һәм тәрбиә
18 Декабрь 2024, 15:15

Был үҙенсәлекле сара

Өфөлә #БашМолодежь Уңыш йылы фестивале башланды

Был үҙенсәлекле сараБыл үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара

18 - 19 декабрҙә “Торатау” конгресс-холы республиканың әүҙем йәштәрен йәлеп итеү урыны буласаҡ. Фестиваль майҙансыҡтарына башҡа төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар килә.

Фестивалдә ирекмәндәрҙең, йәштәр сәйәсәте өлкәһе психологтарының, йәш ғаиләләрҙең республика форумдары ла үткәрелә.

Психологтар форумы майҙансыҡтарында клиенттар менән эшләү ысулдары, улар менән хеҙмәттәшлек итеү менән бәйле көнүҙәк темалар тикшерелә. Ҡатнашыусылар ҡурҡыуҙар, ауырлыҡтар һәм улар менән нисек көрәшергә кәрәклеге тураһында һөйләште. Теорияны практик заданиелар нығыта, улар барышында ҡатнашыусылар бер-береһе менән аралашты һәм тәжрибә уртаҡлашты.

Ирекмәндәр форумында ҡатнашыусылар муниципалитеттарҙа ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү тураһында фекер алышты, кейс-сессияларҙа хыял командаһын нисек ойоштороу тураһында һөйләште, шулай уҡ үҫмерҙәр квиздарҙа һәм төркөм эштәрендә ҡатнашты.

Секцияларҙа төрлө йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре эшләй һәм йыл йомғаҡтарын яһай.

Быйыл тәүге тапҡыр уҙғарылған “Яҙ быуыны” төбәк ижади фестивале сиктәрендә эшләгән йәштәрҙең ижади коллективтары сығыштары сараның сағыу ваҡиғаһы булды.

– Был үҙенсәлекле сара. Республикала студент яҙының дауамлылығы күҙәтелеүе бик шәп яңы майҙансыҡ һәм ошо ижади проекттарҙа ҡатнашҡан йәштәр республика предприятиеларына һәм ойошмаларына килеп, үҙ үҫешен дауам итә ала. Фестиваль жанрҙарҙың күп төрлөлөгө менән таң ҡалдыра, балалар үҙҙәренә оҡшағанды эшләй, репертуарҙы үҙҙәре һайлай. Предприятие һәм ойошмаларҙың йәш хеҙмәткәрҙәренең ижады һоҡландыра, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова.

– Йыл дауамында балалар төрлө сараларҙа ҡатнашты. Бындай майҙансыҡта бөтәһен дә берләштереү беҙгә иң сағыу, инициативалы һәм ижади майҙансыҡтарҙы айырып күрһәтергә мөмкинлек бирә. Беҙ республиканың йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәндәрҙе дәртләндерәбеҙ. Уларҙың хеҙмәте бик мөһим, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.

19 декабрҙә йәштәрҙе билдәле шәхестәр менән мотивацион осрашыу һәм “Йәштәр ваҡыты” республика йәштәр ҡаҙаныштары премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы көтә.

Фото:БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Был үҙенсәлекле сара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас