Өфөлә «Был минең донъям: биләмәләр, телдәр, мәҙәниәттәр тотороҡло үҫештә» халыҡ-ара форумы үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы ESG һәм тотороҡло үҫеш буйынса Евразия үҙәге ойошторҙо.
- Борон-борондан беҙҙең ерҙә төрлө телдәрҙә һөйләшкән милләт вәкилдәре тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Һис шикһеҙ, күп теллелек һәм күп мәҙәниәтлелек тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға фәнни берләшмә, юғары һәм урта белем биреү вәкилдәрен йәлеп итеү кәрәклеген билдәләй. Территорияларҙы тотороҡло үҫтереү мәсьәләһендә беҙҙең төбәкте федераль һәм донъя кимәлендә танытыу ғалимдарҙың, педагогтарҙың, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренең команда эше һөҙөмтәһендә мөмкин булды, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Форум Өфө вуз-ара кампусында уҙған пленар ултырыштан башланды. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, хәҙерге мөхит донъя киңлегенең яңы структураһын моделләштереүсе яңы технологияларҙы киң таратыуға бәйле ҙур үҙгәрештәр менән характерлана.
Онлайн режимында фекер алышыуға ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары буйынса советы ағзаһы, «Кешм утрауы» (Иран) ЮНЕСКО геопаркының ғилми етәксеһе Алиреза Амриказеми ҡушылды. Ул төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлеккә ҡоролған проекттар тураһында һөйләне:
- Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә «Менеджмент» һәм «Экология» йүнәлештәре буйынса бакалавриат программаһы буйынса киләһе йылда 25 студентты инглиз телендә уҡытыуҙы башлайбыҙ.
- ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында булған мәҙәни һәм тәбиғи мираҫҡа системалы ярҙам кәрәклеген аңлау мөһим. Тикшереүҙәребеҙ һөҙөмтәләрен мәҙәни диалогты үҫтереүгә йүнәлтелгән мәғариф программаларына һәм проекттарына индерергә теләйбеҙ. Башҡа университеттар һәм ойошмалар менән берлектәге башланғыстар идеялар менән уртаҡлашыу һәм ошо мөһим өлкәлә инновациялы ҡарарҙар индереү өсөн ҡеүәтле платформа булдырырға мөмкинлек бирә, - тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.