Белем һәм тәрбиә
29 Декабрь 2024, 13:00

Мораҙым һылыуы миҙалға лайыҡ булған!

Бөрйән ҡыҙы Рәсилә был миҙалға һыуға батып барыусы өс йәшлек баланы ҡотҡарғаны һәм беренсе ярҙам күрһәткәне өсөн лайыҡ булған.

Мораҙым һылыуы миҙалға лайыҡ булған!Мораҙым һылыуы миҙалға лайыҡ булған!
Мораҙым һылыуы миҙалға лайыҡ булған!

Бөрйән районының Мораҙым мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Рәсилә Малакаеваға Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Батырлыҡ өсөн” (“За доблесть”) миҙалын тапшырҙы.

Был миҙалға Рәсилә октябрь айында һыуға батып барыусы өс йәшлек баланы ҡотҡарғаны һәм беренсе ярҙам күрһәткәне өсөн лайыҡ булған. Афарин, ҡыйыу ҡыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас