Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Ғинуар , 21:45

Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте

Көн тәртибендә республикала урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләре, иҡтисадтың төп тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү ҡаралды.

Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте

10 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү буйынса Республика советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ул Өфө тармаҡ технологиялары колледжы майҙансығында үтте.

Ултырышта республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, колледж директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибендә республикала урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләре, иҡтисадтың төп тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү ҡаралды.

Ултырыш башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Өфө тармаҡ технологиялары колледжы эшмәкәрлеге менән танышты. Мәҫәлән, 2024/25 уҡыу йылында бында 1381 студент уҡый. Улар электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, монтажлау, техник хеҙмәтләндереү, сәнәғәт ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау, аҙыҡ-түлек технологияһы, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, сауҙа, ашнаҡсы һәм кондитер эше, идара итеүҙе документация менән тәьмин итеү һәм архив ғилеме бүлектәрендә белем ала.

Уҡыу йорто директоры Елена Верещагина республика етәкселегенә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм студенттарҙың һөнәри оҫталыҡ конкурстарында әүҙем ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне. 2024 йылдан колледжда “Профессионалитет” федераль проекты тормошҡа ашырыла, заманса ҡорамалдар һатып алыуға федераль бюджеттан 70 миллион һум аҡса бүленгән. Республика тағы 50 миллион һум бүлгән – был средстволар иҫәбенә уҡыу корпусына капиталь ремонт үткәрелгән.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, колледжды тамамлағандан һуң 98,8 процент уҡыусы эшкә урынлаша, уларҙың 70 проценттан ашыуы – алған һөнәре буйынса.

Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын, ашнаҡсылар эше буйынса оҫтаханаларҙы, проект-тикшеренеү, эксперименталь-демонстрация лабораторияларын ҡараны, шулай уҡ тиҙҙән эшләй башлаясаҡ һәм унда студенттар үҙҙәре эшкә урынлашасаҡ кафеға барҙы.

– Өфө тармаҡ технологиялары колледжы беҙгә өлгө булып тора. Уҡыу базаһы яҡшы бында, федераль программаларҙа ҡатнашалар. Дөйөм ятаҡты ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. – Бында шулай уҡ “Туризм” йүнәлеше буйынса “Профессионалитет” проектын тормошҡа ашыралар. Былар барыһы ла бик яҡшы, үҫешергә мөмкинлек бирә.

Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы, махсус белем биреү ойошмаһы системаһы алдында торған төп бурыс, хәҙерге Рәсәй иҡтисады ихтыяждары өсөн квалификациялы, конкуренцияға һәләтле кадрҙар әҙерләү, тип билдәләне.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин 2028 йылға бер миллион яңы белгес һәм квалификациялы эшсе әҙерләргә ҡушты. Ә 2030 йылға улар ике миллиондан ашыу булырға тейеш. Урта махсус белем биреү системаһы – бындай юғары профессиональ кадрҙар резервын формалаштырыуҙың стратегик звеноһы. Бөгөн беҙ сәнәғәттә генә түгел, медицина, мәғариф, башҡа тармаҡтарҙа ла кадрҙар етешмәүен тоябыҙ, – тине республика етәксеһе. – Урта һөнәри белем биреүгә заманса кадрҙар әҙерләү шарттарын булдырыу һәм сифатын күтәреү өсөн, тәү сиратта, етди средстволар һалына.

Беҙҙең колледждарҙың матди базаһын нығытырға һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә “Профессионалитет” федераль проекты ярҙам итә. Уның сиктәрендә республикаға 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Башҡортостан – Рәсәйҙә колледждарҙың профилле предприятиелар менән партнерлығында булдырылған белем биреү-производство үҙәктәрен булдырыу буйынса лидер. 2025 йылда республикала кластерҙар һанын 19-ға еткереү күҙаллана.

Башҡортостанда “Туризм” йүнәлеше буйынса “Профессионалитет” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан май указдары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Һөнәри белем биреү буйынса Республика советы ултырышы үтте
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: