9-10 ғинуарҙа Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Ул быйыл 39-сы тапҡыр ойошторолдо. Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемгә эйә булған һәләтле, талантлы уҡыусыларҙы асыҡлауҙы, йәш быуында башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән балаларҙың йыл һайын күп булыуы ла уның бәҫе һәм баһаһы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, быйыл олимпиаданың төбәк-ара этабында IX – XI кластарҙан 316 уҡыусы ҡатнашты. Улар – барыһы ла Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан килгән телһөйәр балалар.
– Көтөп алған каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ ошо бәйгелә ҡатнашыу өсөн төрлө төбәктәрҙән килгәнһегеҙ. Был – үҙе үк батырлыҡ, сөнки һеҙ шулай итеп үҙ-үҙегеҙҙе еңергә өйрәнәһегеҙ. Бының менән һеҙ телһөйәр, илһөйәр булыуығыҙҙы, туған телгә һөйөүегеҙҙе тағы бер тапҡыр раҫланығыҙ. Ошоноң өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! – тине үҙенең сығышында Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Әлфиә Зәкир ҡыҙы шулай уҡ уҡыусыларҙы мәртәбәле конкурсҡа әҙерләгән, уларға һәр ваҡыт терәк һәсм таяныс булған уҡытыусыларға, һәр уҡыусының сығышын ғәҙел баһалап, үҙ эшен яуаплы башҡарған жюри ағзаларына, сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Олимпиаданы ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) сығыш яһай. Матур традицияға ярашлы улар быйыл да айырым уңыштарға өлгәшкән телһөйәр уҡыусыларға махсус бүләктәрен булдырған ине. Ә дөйөм алғанда, башҡорт телен башлап, дауам итеп, туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында айырым еңеүселәр, призлы урын яулаусылар билдәләнде. Уларға БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы, аҡсалата һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
– Беҙ бөгөн оло тантанаға – рух һәм тел байрамына йыйылғанбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашҡан һәр уҡыусы еңеүсегә тиң һәм хөрмәткә лайыҡ тип уйлайым, сөнки бында Башҡортостандың яҡты киләсәге, халҡыбыҙҙың иң белемле, иң талантлы, илһөйәр һәм телһөйәр балалары йыйылған. Мин үҙем олимпиадала өсөнсө йыл рәттән ҡатнашам. Тәүге йылда призлы урын яулаһам, бына икенсе йыл рәттән еңеүсе булып танылдым. Әлбиттә, әҙерлек еңел бирелмәне, сөнки башҡорт теле, әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәте бик бай һәм йөкмәткеле. Уны өйрәнеү ҙур тырышлыҡ талап итә. Һәр уҡыусының ҡаҙанышы артында остазының оло хеҙмәте ята. Форматтан файҙаланып, үҙемдең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыма һәм мине яңынан-яңы үрҙәр яуларға дәртләндергән атай-әсәйемә ҙур рәхмәт белдерәм, – олимпиада еңеүсеһе – Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов.
Юлай Кәримов фотолары.