Белем һәм тәрбиә
15 Ғинуар 2025, 15:40

700-ҙән ашыу сара үткәрелгән

“Ҡайнау нөктәһе-Өфө” - Рәсәй буйынса 177-сеһе. Ул Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың алтынсы ҡатында (Зәки Вәлиди урамы, 32/2) урынлашҡан

700-ҙән ашыу сара үткәрелгән700-ҙән ашыу сара үткәрелгән
700-ҙән ашыу сара үткәрелгән

Өфө вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университеты инициативаһы буйынса асылған Ҡайнау нөктәһе тәүге йылын билдәләй. 2023 йылдың декабрь аҙағында Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм «Платформа Национальной технологической инициативы» (Мәскәү) Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы араһында проектты башлау тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был - Өфө вуз-ара кампусының IQ-паркы бинаһында эшләй башлаған беренсе бина.

 - Бер йылда беҙҙә төрлө күләмдәге 700-ҙән ашыу сара үтте: студенттар араһында, шулай уҡ республика кимәлендә. Беҙ әүҙем эшләнек һәм хәҙер Рәсәйҙең иң яҡшы ун Ҡайнау нөктәһе иҫәбенә инәбеҙ. Беҙҙә студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, власть органдары вәкилдәренең һәм эшҡыуарҙарҙың осраша алыуы уны әһәмиәтле итә, - тип беренсе йылға йомғаҡ яһаны “Ҡайнау нөктәһе-Өфө” программа директоры Ольга Шәрипова.

“Ҡайнау нөктәһе-Өфө” - Рәсәй буйынса 177-сеһе. Ул Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың алтынсы ҡатында (Зәки Вәлиди урамы, 32/2) урынлашҡан һәм конференциялар, лекциялар, интенсивтар, хакатондар һәм башҡа саралар ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән 40 - 150 кеше һыйҙырышлы бер нисә залдан тора.

Инновациялар һәм технологик эшҡыуарлыҡ “Ҡайнау нөктәһе-Өфө” үҫешенең төп йүнәлеше булып тора. Шул уҡ ваҡытта был майҙансыҡ вуз-ара кампус йүнәлештәре буйынса эшкә йүнәлтелгән: инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары; биомедицина һәм генетика; һанлы һәм йәшел химия; яңы йәшәү мөхите; гуманитар фәндәр, Евразия халыҡтары мәҙәниәте.

Leader ID платформаһында “Ҡайнау нөктәһе-Өфө”-лә барған ваҡиғалар тураһында белергә, шулай уҡ сара үткәреү өсөн ғариза бирергә мөмкин.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25902/   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас