Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы шәп егеттәрҙең береһе Назар Баймырҙин менән таныштырабыҙ. Ул Ишембай нефть колледжында 3-сө курста белем ала. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, төплө фекерле, үткер егет ул.
- Тәүҙә был уҡыу йортонда миңә барыһы ла яңы, таныш түгел һымаҡ тойолдо. Ваҡыт үтеү менән өйрәнеп киттем һәм хәҙер колледж тормошонда ҡайнап йәшәйем. “Торатау” ҡурайсылар ансамбленә йөрөй башлағас, студент тормошом күпкә байыны. Колледжда ғына түгел, башҡа ерҙә ойошторолған сараларҙа ла ҡатнашам. Шул уҡ ваҡытта уҡыу тураһында ла онотмайым. Төрлө олимпиада, конференцияларҙан ситтә ҡалмайым.
Студент сараларында әүҙем ҡатнашҡас, яңы таныштарым, дуҫтарым да барлыҡҡа килде. Уҡытыусылар, колледж хакимиәте тарафынан файҙалы кәңәштәр алам, ярҙам тоям. Шул айҡанлы ауырлыҡтарҙан, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай мөһим еңеүҙәргә өлгәшә алдым. Колледжда уҡыу осоронда шәхси еңеүҙәр уҡыу йортоңдоң да уңыштарына әүерелә. Сөнки бында яңы белем бирәләр, һөнәри сифаттарҙы үҫтерәләр, - тип һөйләне Назар.
Егеттең уңыштары ла тос. Мәҫәлән, һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, “Лабаратория химия анализы” компетенцияһында 2-се урын яулаған. Был еңеүгә юлы мәктәп йылдарынан килә, химия фәнен шул осорҙан үҙ итә. Егеттең башҡа олимпиада, конкурстарҙа ла диплом, маҡтау грамоталары байтаҡ.
Ишембай нефть колледжын тамамлағандан һуң Назар Баймырҙинды яңы киңлектәр, яңы бейеклектәр көткәненә ышаныс ҙур.Әлегә уға Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Һеҙ уға Вк-төркөмдәге конкурс һылтанмаһы аша үтеп, тауыш бирә алаһығыҙ.
Фотолар: Ишембай нефть колледжынан.