17 ғинуарҙа Баҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт аграр-технология колледжының Баҡалы ауылындағы филиалын ҡараны.
Уҡыу йортонда йәмғеһе 243 студент белем ала. Бында ауыл хужалығы етештереүе һәм дөйөм төҙөлөш эштәре оҫталары, ашнаҡсылар һәм кондитерҙар әҙерләнә. Ситтән килеүселәр өсөн 140 урынлыҡ ятаҡ бар.
Башҡортостан Башлығы кабинеттарҙы, уҡытыу цехтарын ҡараны. Студенттар менән аралашҡанда Радий Хәбиров ашнаҡсы һәм кондитер һөнәрҙәренең талап ителеүен билдәләне һәм балаларға юғары квалификациялы белгес булыуын теләне.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ учреждение етәкселеге менән уҡыу йортон яңыртыу буйынса пландарҙы тикшерҙе һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына Баҡалы ауылындағы Башҡортостан аграр-технологик колледжы филиалына капиталь ремонт төрҙәре һәм ваҡыты буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Республика колледждары директорҙары әйтеүенсә, ремонт эшләнгән урындарҙа документтар тапшырыусы балалар һаны күпкә артҡан, - тине Радий Хәбиров. - Баҡалы районындағы колледжға - 100 йыл самаһы. Матди базаны нығытыу мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итеүҙәре аңлашыла. 2025 йылға аҡсаны тулы күләмдә бүлдек, ә бына 2026 йылға программаны әлегә тулыһынса әҙерләп бөтмәгәнбеҙ. Аҡсаны ҡайҙа һәм ниндәй тәртиптә һалыуҙы төплө уйланылған ҡарарҙар ҡабул итербеҙ.
Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Баҡалы районына эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.
– Муниципалитет яҡшы үҫешә. Бында яйға һалынған идара итеү командаһы, кешеләр башлыҡты яҡшы белә һәм уға ихтирам менән ҡарай, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Объекттар төҙөлә, поликлиниканы быйыл тапшырырбыҙ. Шуға күрә бында инфраструктура ярайһы ныҡ. Мәсьәләләр бар әле. Был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итербеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.