Илүзә бала саҡтан зирәк, әүҙем була, тырышып уҡый, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. VIII класта иң ҙур хыялдарының береһен тормошҡа ашырып, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инә. “Был уҡыу йортонда белем алыуыма сикһеҙ шатмын. Республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, гимназиямдың данын арттырыуға өлөшөмдө индерҙем тип уйлайым”, - ти тырыш ҡыҙ.
Илүзә Янбаева – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, төньяҡ-көнсығыш олимпиадалары, төрлө конкурс һәм конференциялар еңеүсеһе. Уҡыуҙағы уңыштары, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барғаны өсөн 2022 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты булыу бәхетенә өлгәшә.
Бөгөн ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Ике профилле йүнәлештә уҡый – башҡорт һәм инглиз телдәре.
– Университетымды һәм факультетымды ныҡ яратам, сөнки ул миңә күпме мөмкинлектәр асты! Яңы дуҫтар, яратҡан кешем, күпләгән конференциялар һәм форумдар... Бер яңылыҡтан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Ошо ынтылышым арҡаһында университет үткәргән академик мобиллек программаһы буйынса икенсе курста Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала уҡыным. Был сәфәрҙән алған тәьҫораттар һаман да йөрәгемде йылыта, – ти Илүзә.
Педагогия университетын бушҡа ғына һайламай ул.
– Балаларҙы ныҡ яратам. Буласаҡ һөнәрем үҙемә тап килеп тора, тип уйлайым. Беренсе курстан няня булып эшләйем, балалар менән үткәргән ваҡыт – минең өсөн оло ҡыуаныс. Киләсәктә, Алла бирһә, үҙ юлымды балалар үҫеше, тәрбиә өлкәләре менән бәйләргә теләйем. Балаларҙы иртә үҫтереүсе педагогҡа уҡып, тәжрибә туплап, үҙемдең балалар үҫеше үҙәген асырға тигән хыялым бар.
Илүзә үҙ алдына яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып, бәләкәй генә аҙымдар менән хыялдарын ысынбарлыҡ итергә тырыша. “Киләсәктә үҙемде, беренсе сиратта, әсәй итеп күрәм. Был – минең иң изге хыялдарымдың береһе. Ә һөнәр йәһәтенән уйлағанда – үҙ эшенән дәрт алған, уңышлы педагог булыу. Ғөмүмән әйткәндә, үҙемде бик бәхетле кеше итеп тоям. Мине аңлаған, һәр ваҡыт ярҙам иткән ғаиләм, яратҡан кешем, яҡын дуҫтарым, уңышлы уҡыуым һәм яратҡан эшем – барыһы ла дәрт һәм көс бирә”, – ти маҡсатлы, тырыш ҡыҙ.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе "Иң яҡшы студент" конкурсында ҡатнашҡан йәштәргә, шул иҫәптән Илүзә Янбаеваға әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фотолар: Илүзә Янбаеваның шәхси альбомынан.