“Иң яҡшы студент” конкурсында сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Зөлфиә Салауатова. Ул – Өфө фән һәм технологиялар университеты башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс магистранты.
Зөлфиә, үҙе менән яҡындан таныштырып, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Мин – республикабыҙҙың ғәжәйеп төбәктәренең береһе – Белорет районының йәмле Уҫманғәле ауылы ҡыҙымын. Тәүге биш класты 2-се Инйәр мәктәбендә, һуңынан Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интертатында уҡыным. Һәр башлаған эшемде ҡеүәтләгән ғаиләм – ҙур таяныс. Атай-әсәйем әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, шулай булһа ла, әсәйем 2-се Инйәр мәктәбендә уҡытып йөрөй. Ике өлкән ағайым – Камил менән Айназ – минең өсөн ҙур өлгө. Уларҙың ҡулынан бар эш тә килә. Бер йәшкә бәләкәй ҡустым Йәмил бейеүсе һөнәрен үҙләштерә. Стәрлетамаҡ сәнғән колледжын тамамлап, әлеге көндә БДПУ-ның хореография бүлегендә уҡый. Беҙҙең өйҙөң йәме – игеҙәктәр Алтынай менән Арыҫлан – атай-әсәйебеҙҙең иң ҙур ярҙамсылары. Барлыҡ йорт эштәре – төпсөк игеҙәктәребеҙ иңендә. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, быйыл быйыл төп дәүләт имтихандарын тапшыра. Туғандарым аҡыллы, ярҙамсыл булып үҫеп килә.
Зөлфиә Салауатова мәктәп имтихандарын уңышлы тапшырып, 2019 йылда Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының “Шәрҡиәт һәм африканистика” бүлегенә уҡырға инә. Дүрт йыл эсендә корея, ҡытай, ғәрәп, төрөк телдәре серҙәренә төшөнә. Факультетына тоғро ҡалып, ошонда уҡ магистратураға инә.
Зөлфиә бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ, бөгөн дә йыр-моң донъяһынан айырылмай. Башҡорт, корея, төрөк телдәрендә йырҙар башҡарырға ярата. Былтыр йәйен корея телендәге йыр менән Мәскәүҙең “Лужники” сәхнәһендә Корея республикаһының популяр йырсылары Сон Вонсап һәм Лайтсам айдол-төркөмө менән сығыш яһау бәхетенә өлгәшә. Шулай уҡ талантлы ҡыҙ корея телендә йыр һәм заманса бейеү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулағаны ла бар.
– Заманса бейеүҙәрҙән тыш, үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ бейеүҙәренә лә ғашиҡмын. Факультетыбыҙҙа 2020 йылда булдырылған "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисымын. Яңыраҡ ҡына Санкт-Петербург ҡалаһында үткән конкурста гран-при алып ҡайттыҡ. Башҡортостан сәхнәләрен дә йыш дер һелкетеп алабыҙ, - ти Зөлфиә.
Ҡыҙҙың тағы бер хыялы – театр артисы булыу. Шуға күрә ул университеттың "Осҡон" театрында шөғөлләнеп, был хыялын да тормошҡа ашыра алған. Улар – күп конкурстарҙың лауреаты, шул иҫәптән Волга буйы округында үткән “Театрлы Волга буйы” конкурсында республикабыҙ данын яҡлаған берҙән-бер йәштәр театры булараҡ сығып яһап, 100 мең һум алып ҡайтҡандар.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы була тиҙәр бит. Зөлфиәнең тағы бер яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөү. Шуға күрә байрамдарға йыш бүләк итә торған бүләге – ул, әлбиттә, портрет. “Университеттағы йүнәлешем сәнғәттән йыраҡ булһа ла, һүрәт төшөрөүҙе бер ҡасан да ташламаным, “Тамыр” студияһының "Портрет" тапшырыуы ҡатнашыусыһы мин. Мәктәп һәм унивеситет яңы һәләттәр асыуҙа, төрлө конкурстарҙа үҙемде һынап ҡарауҙа, тормош асылына төшөнөүҙә бик ныҡ ярҙам итте”, - ти Белорет ҡыҙы.
Эшкә килгәндә, Зөлфиә Кәрим ҡыҙы – факультеттағы шәрҡиәт кабинеты мөдире. Шулай уҡ Юлдаш PLUS йәштәр интернет радиоһында алып барыусы булып эшләй.
– Сәхнәгә һөйөүем – йөрәк саҡырыуы. Бар булмышым менән мин - сәхнә кешеһе һәм йәшәгән тиклем сәхнәнән төшмәҫмен. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә үҙ ижадым менән бүлешәм, кешеләрҙең матур фекерҙәре, ҡеүәтләүҙәре мине тағы ла алға әйҙәй һәм дәртләндерә. Хыялым – матур, тигеҙ тормошта үҙ урынымды табып, маҡсаттарыма өлгәшеп, атай-әсәйем, туғандарым йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтемәйенсә, лайыҡлы кеше булып йәшәү.
Тормошомда ҙур терәк булыусы ғаиләмә ихлас рәхмәтемде белдергем килә. Әсәй-атайым үҙҙәре кеүек лайыҡлы балалар үҫтерә. “Иң мөһиме кешелекле булығыҙ, башҡаһы барыһы ла булыр” ти улар беҙгә. Бындай үрнәк менән булдырмайынса булмай! – ти Зөлфиә.
Беҙ ҙә уға һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ һәм "Иң яҡшы студент" конкурсында Зөлфиә өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ! Һылтанма: https://vk.com/wall-104965500_314852
Фотолар: Зөлфиә Салауатованың шәхси альбомынан.