Яңы йыл каникулынан һуң күп кенә мәғлүмәт сараларында “Яҡын арала Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлә” тигән хәбәр таралды. Әлбиттә, был яңылыҡ тәү сиратта мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе борсоуға һалды. “Ысынмы был хәбәр?”, “Яңы шарттар ҡасандан ғәмәлгә инә?”, “Сығарылыш уҡыусыларына нимә эшләргә: һынауҙарға әҙерлекте ғәҙәти алымда дауам итергәме әллә яңылыҡтарҙы көтөргәме?” – ошо һәм башҡа һорауҙар тынғы бирмәне уларға.
БДИ тарихынан
Берҙәм дәүләт имтиханына нигеҙ булған алым иң тәүҙә Францияла, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында индерелә. Рәсәйҙең мәғариф системаһына ул 90-сы йылдар аҙағында ғына килеп инә. Башланғыстың авторы тип 1998 – 2004 йылдарҙа илдең мәғариф министры булып эшләгән Владимир Филипповты атайҙар. Тап ул ватан мәғарифындағы киң даирәле реформаны башлай: Рәсәй Болон процесына ҡушылып, юғары белем алыу бакалавриатҡа һәм магистратураға бүленә, яңы белем биреү стандарттары индерелә, 1999 йылда Федераль тест үткәреү үҙәге булдырыла.
2001 йылда Сыуашстан, Мари Иле, Саха (Яҡут) республикаларында, Һамар һәм Ростов өлкәләрендә 30 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы тәүге тапҡыр БДИ тапшыра. Был йылда ошондай һынау һөҙөмтәләре буйынса илдең 50-гә яҡын юғары уҡыу йорто һигеҙ йүнәлеш буйынса студенттар ҡабул итеү ойоштора. Киләһе йылына тәжрибә илдең 16 төбәгендә үткәрелә. Был юлы уға илдең 8400 мәктәбе һәм 117 вузы ҡушыла. Тағы бер йылдан Рәсәйҙең 47 төбәгендәге 18500 мәктәп уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. 2004/2005 уҡыу йылында тәжрибә уңышлы тип табыла һәм мотлаҡ сара булараҡ ғәмәлгә ашырыла башлай.
Имеш-мимешкә нимә нигеҙ булды?
“БДИ бөтөүе ихтимал” тигән хәбәр быға тиклем дә бер нисә тапҡыр таралғаны булды. Утһыҙ төтөн сыҡмай тигәндәй, әлбиттә, төрлө даирәләрҙә, хатта рәсми органдарҙа был хаҡта әленән-әле һүҙ күтәрелеп тора. Һуңғыһына, йәғни әле ғинуарҙа таралған яңылыҡҡа Рәсәй Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Ярослав Ниловтың белдереүе сәбәпсе булды. “Илебеҙҙә сығарылыш уҡыусыларының белемен икенсе алымда баһалаясаҡтар. Ул БДИ-ның, шулай уҡ совет һәм Рәсәй мәғариф системаларының өҫтөнлөктәренә нигеҙләнәсәк”, – тип белдергәйне депутат.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы депутаттары БДИ-нан баш тартыу темаһына әленән-әле әйләнеп ҡайтып тора. Мәҫәлән, ошо хаҡтағы закон проекттары 2011, 2016 һәм 2023 йылдарҙа ҡаралған. Былтыр өс фракция депутаттары Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартып, уны ғәҙәти һынауҙар менән алмаштырыуға ҡағылышлы тағы бер закон проекты әҙерләне, әммә тикшереү барышында ул мәғариф буйынса комитеттың һәм Дәүләт Думаһының пленар ултырыштарында кире ҡағылды.
Рәсми органдар нимә ти?
Бөгөн Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартыу тураһында етди һүҙ алып барыу урынһыҙ. Мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының алымын үҙгәртеү – оҙайлы ваҡыт талап иткән эш. Был мәсьәләгә төплө ҡараш, һәр йәһәттән уйлап хәл итеү, нигеҙле дәлилдәрҙең булыуы фарыз. Әлегә беҙҙә БДИ урынына тәҡдим итерлек әҙер һынау алымы ла юҡ. “БДИ бөтә тиҙәр...” тигән имеш-мимештәр бер нисә тапҡыр ҡуйыртылыу сәбәпле, 2022 йылда уҡ “Рособрнадзор” идаралығы етәксеһе Анзор Музаев йәмғиәттең элекке алымға, йәғни мәктәп уҡыусыларының вузға инеү өсөн бер генә мөмкинлеге булған форматҡа ҡайтырға әҙер булмауын белдерҙе.
Әле был юлы ла “Рособрнадзор” яҡын йылдарҙа БДИ-ны бөтөрөү тураһында һүҙ алып барылмауын асыҡ әйтте. Сығарылыш уҡыусылары тейешенсә әҙерләнә алһын өсөн был өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтар бер нисә йыл алдан хәбәр ителә, тине ведомство етәксеһе Анзор Музаев. “Барлыҡ өлкән класс уҡыусыларына, “Рособрнадзор”ҙың һәм Педагогия үҙгәрештәре федераль институтының рәсми мәғлүмәттәренә таянып, имтихандарға тыныс ҡына әҙерләнеүҙе дауам итергә кәңәш итәбеҙ”, – тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.
БДИ-ға ҡаршы булыусылар нимә менән риза түгел?
Закон проектын әҙерләүселәр үҙҙәренең теләк-ынтылышын төрлө сәбәптәргә таянып аңлата. Төп дәлилдәр түбәндәгеләр:
Шул уҡ ваҡытта БДИ-ның ыңғай яҡтарын билдәләүселәр, тап ошо һынау алымы яҡлы булыусылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, 2023 йылда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин БДИ-ның йәштәргә абруйлы уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге биргән социаль лифт булыуын билдәләгәйне.
Белгес фекере
Ғәлиә СӘЛИХОВА, юғары категориялы психолог:
– Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартыу, совет осорондағы һынауҙар системаһына кире ҡайтыу тураһында фекерҙәр әленән-әле яңырып тора. Ниндәй генә алымда үткәрелмәһен, имтихан күңелдә тулҡынланыу, организмда көсөргәнеш тыуҙыра, уны тапшырған кеше ниндәйҙер кимәлдә (кемдер күберәк, кемдер әҙерәк) стресс үткәрә. Көсөргәнеш кисереүҙе кире яҡтан ғына ҡылыҡһырларға ярамай, сөнки ул билдәле бер осраҡтарҙа кешегә ихтыяр көсөн туплап, ҡатмарлы хәлдәрҙе еңеп сығырға ярҙам итә. Тик артыҡ көслө йә иһә оҙайлы стресс кеше организмына емергес тәьҫир яһай. Ә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү һәм уны тапшырыу – тап шундай оҙайлы процесс. Ошо ваҡыт дауамында уҡытыусылар йәки ата-әсәләр тарафынан балаларҙы әрләү, бер туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт уҡыу, янау, имтиханды бирә алмаған осраҡта яза менән ҡурҡытыу күренештәре менән йыш осрашабыҙ. БДИ тирәләй саманан тыш ҡуҙғыу тыуҙырылып, ул ике-өс йыл бала өҫтөндә Дамокл ҡылысы кеүек эленеп тора. Бындай хәл-торош уҡыусыны күңел тыныслығынан яҙҙыра, һаулығын ҡаҡшата. Балаһы менән бергә ата-әсә лә янып көйә, уҡыусыларын имтиханға әҙерләгән уҡытыусы ла етди көсөргәнеш кисерә. Шуға күрә һынауҙарға әҙерләнгән осорҙа һәм БДИ тапшырған мәлдә “уҡыусы – уҡытыусы – ата-әсә” араһындағы мөнәсәбәттәрҙе мөмкин тиклем йылы мөғәмәләгә, ышанысҡа, бер-береңә ярҙам итеүгә ҡоролған тулҡынға көйләргә кәңәш итәм.
Йәштәр ниндәй фекерҙә?
Сафия, XI класс уҡыусыһы, Баймаҡ ҡалаһы:
– Әлеге ваҡытта маҡсатлы рәүештә БДИ-ға әҙерләнәм. Үҙемдең көсөмә һәм белемемә ышанам.
Берҙәм дәүләт имтиханының төп ыңғай яғы – ғәҙеллек, тип уйлайым, сөнки илдәге барлыҡ уҡыусылар ҙа бер иш һынау тапшыра, ә был юғары уҡыу йортона инеү өсөн тигеҙ мөмкинлектәргә юл аса. БДИ һөҙөмтәләрен бихисап вуздар ҡабул итә һәм беҙ тағы бер тапҡыр һынау биреү мәшәҡәтенән азатбыҙ. Шулай уҡ имтихандарға әҙерлек барышында ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға өйрәнәһең, ә был – бөгөнгө шарттарҙа бик мөһим һәм кәрәкле сифат.
БДИ-ның кире яҡтарына килгәндә, әле үк ҡайһы берҙә эске тулҡынланыу, көсөргәнеш тоям. Һынауҙы камера күҙәтеүе аҫтында тапшырыу, махсус тикшереү ҡоролмалары аша үтеү ҙә ауыр тәьҫир итә. Ғәҙел алым тиһәк тә, уңышлы, даланлы булыу ҙа һөҙөмтәгә тәьҫир итеүе ихтимал, сөнки еңел һәм ауыр варианттар бар. Шулай ҙа барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайым. Атай-әсәйемдең иғтибар-хәстәре, уҡытыусыларымдың ярҙамы ышаныс өҫтәй.
Камил, Н. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты:
– БДИ-ға тик ыңғай ҡараштамын. VII класҡа тиклем тыуған ауылымдағы мәктәптә, артабан район үҙәгендәге лицей-интернатта уҡыным. Һынауҙарға маҡсатлы рәүештә әҙерләндем. Репетиторҙарға аҡса күп китте тип әйтә алмайым, сөнки онлайн әҙерләнеү платформаларына өҫтөнлөк бирҙем. Рус теленән – 86, профилле математиканан – 96, информатиканан 94 балл йыйыуға өлгәштем һәм үҙем теләгән уҡыу йортоноң алдан һайлаған йүнәлеше буйынса уҡырға индем. Өфө, Ҡазан, Мәскәүҙең башҡа вуздарын да һайлай ала инем.
БДИ тапшырыу ауыр булды, тип әйтмәҫ инем. Иң мөһиме – әҙерлек барышындағы даимилыҡ, был һынау системаһының асылын аңлау. Имтихан барышында үҙеңде тыныс тотоу, ваҡытты дөрөҫ бүлеү ҙә бик мөһим.
Фото: “Башинформ” агентлығы.