“Беларусь” тракторы етеҙ генә хәрәкәттәр менән ихатаны ҡарҙан таҙарта. Рулдә оҙаҡ эшләгән оҫта водитель тиерһең. Ә унда - йәш кенә һылыу ҡыҙ!
Марина Потапова Силәбе өлкәһенән килеп Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй. Уның Башҡортостан яландарында комбайнда эшләү тәжрибәһе лә бар икән.
Әле уҡыу менән бер рәттән, Өфөнөң Ленин районын төҙөкләндереү хеҙмәтендә яңы һөнәр ҙә үҙләштерә: ҡала урамдарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарта.
Уҡырға ла, эшләргә лә өлгөргән уңған ҡыҙ киләсәктә инженер һөнәренә эйә булып, үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын асырға ниәтләй.
Уңыштар ғына юлдаш булһын студент ҡыҙға!