Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттар ятағында булды.
Колледжда 2023-2024 йылдарҙа республика ярҙамында капиталь ремонт яһағандар. Был эш өсөн республика ҡаҙнаһынан 56,5 миллион һум бүленгән. 2022 йылда колледждарҙы яңыртыу буйынса республика программаһына ярашлы, уҡыу корпусына һәм оҫтаханаға ремонт үткәрелгән. Ә 2023 йылдың апрелендә Радий Хәбиров эш сәфәре барышында студенттар ятағына комплекслы ремонт та эшләргә ҡушҡайны. Уның өсөн төбәк бюджетынан 65 миллион һум аҡса бүленгән.
“Был ятаҡта 50 йыл ремонт булғаны юҡ ине. Эш 2023 йылдың июлендә башланды. Төҙөүселәр фасадты яңыртты, тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, эске яҡтан биҙәкләне, тирә-яҡта асфалть түшәне”, – ти уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин.
“Ятаҡхананы төҙөкләндереп, беҙ уҡыусыларға ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Улар республиканың киләсәген төҙөй. Күптәре армияға китәсәк. Колледжды тамамлағандарҙың бер нисә тиҫтәһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ошондай егеттәргә таянасаҡбыҙ. Шуға күрә уларға һәйбәт шарттар булыуы мөһим. Артабан да шулай эш итәсәкбеҙ – беҙҙең программаға ярашлы, йыл һайын бер нисә ятаҡ ремонтланасаҡ”.
Фото: “Башинформ”.