Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттар активы менән осрашты.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, егеттәр хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәрҙе һайлаған.
“Беҙ һеҙгә уҡыу кабинеттарында һәм етештереү оҫтаханаларында ғына түгел, ә ятаҡта ла һәйбәт шарттар булдырырға тырыштыҡ. Күптәрегеҙ уҡыуҙы тамамлағас та армияға китәсәк, ә артабан тыныс рәүештә эшкә урынлашасаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Колледж директоры Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, уҡыу йортон тамамлағандарҙың бөтәһе лә тип әйтерлек үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша, ә байтағы етештереү практикаһы үткән мәлдә үк хеҙмәт урыны таба. Мәҫәлән, бөгөн ауыл механизаторҙарына ихтыяж ҙур һәм егеттәр йәйен уңыш йыйыуҙа комбайнер булып ҡатнаша.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолопова аңлатыуынса, колледждың ятағына капиталь ремонт яһағас, колледжға уҡырға Белорет, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙан да килә башланылар.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров студенттарҙың ятаҡ шарттары менән һәм туҡланыу буйынса ҡәнәғәт булыу-булмауҙарын белеште, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Фото: “Башинформ”.