Белем һәм тәрбиә
5 Февраль 2025, 15:40

Махсус кластар булдырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәләрендә шулай тип яҙҙы:

Махсус кластар булдырылаМахсус кластар булдырыла
Махсус кластар булдырыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәләрендә шулай тип яҙҙы:

“Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса махсус кластар булдырыуға былтыр 333 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 20 мәктәптә һәм бер колледжда махсус кластарҙы йыһазландырыуға өлгәшелде. Был аҡса “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектына (национальный проект «Беспилотные авиационные системы») ярашлы бүленде. Хәтерегеҙгә төшөрәм: республика ошо федераль проект тормошҡа ашырылыусы 30 пилот төбәгенә ингән.

Был проект бер юлы бер нисә йүнәлештә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Беренсенән, республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү планлы рәүештә үҫә бара. Икенсенән, пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләнә – 2030 йылға саҡлы йыл һайын 2000 кеше әҙерләнә. Әле республикала юғары һәм урта һөнәри белем биреүҙең ете программаһы буйынса уҡытыу бара”.

Фото:  А.Г.Назаровтың сәхифәләренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас