Белем һәм тәрбиә
5 Февраль 2025, 18:05

Назарға диплом тапшырҙыҡ!

Ишембайҙа еңеүсебеҙ менән танышып ҡайттыҡ.

Назарға диплом тапшырҙыҡ!Назарға диплом тапшырҙыҡ!
Назарға диплом тапшырҙыҡ!

Бөгөн Ишембай районына юлланыуҙың төп сәбәптәренең береһе гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндә Студенттар көнөнә арналған  конкурста еңеү яулаған Ишембай нефть колледжының III курс студенты Назар Баймырҙинға дипломыбыҙҙы һәм бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайтыу ине. Маҡсатыбыҙға өлгәштек.

Уҡыу алдынғыһы, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе, һыҙҙырып ҡурайҙа уйнаусы һәләтле егет менән танышыу уға ҡарата хөрмәтебеҙҙе тағы ла арттырҙы. Киләсәктә уның еңеүҙәре, уңыштары тағы ла күберәк булырына ышанысыбыҙ ныҡ.

Назар тураһында мәҡәләбеҙ тиҙҙән гәзит биттәрендә донъя күрер.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас