Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров #Дома студенттар фестивалендә ҡатнашты.
Был йәштәр сараһы Көрәш һарайы алдында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждарынан, шулай уҡ республиканан Рәсәйҙең 16 төбәгендә һәм сит илдәрҙә уҡыған 1,7 мең студентын йыйҙы.
Фестивалде ойоштороусылар Башҡортостандың мөмкинлектәрен һәм йәштәрҙең ҡеүәтен тормошҡа ашырыуҙы күрһәтеү буйынса программа әҙерләгән.
Республика етәксеһе интерактив күргәҙмәне һәм ҙур предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһен ҡараны.
“Беҙҙең идара итеү командаһы исеменән һеҙҙе яңы үткән Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлайым! Республикабыҙ нисек йәшәгәнен һәм үҫкәнен күрһәтеү өсөн һеҙҙе Көрәш һарайында йыйырға булдыҡ. Шуға күрә бөгөнгө фестиваль “Дома” тип атала, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан – беҙҙең бәләкәй Ватан. Ул һоҡланғыс республика, Рәсәйҙең иң йылдам үҫкән төбәктәренең береһе. Беҙ сәнәғәт сәйәсәтенең йоғонтололоғо буйынса федераль рейтингта – беренсе, инвестиция мөхитенең торошо буйынса өсөнсө урынды биләйбеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.