Белем һәм тәрбиә
7 Февраль 2025, 07:30

Бик кәрәкле эш башҡарылды

Зекериә Аҡназаровтың һәр яҡлап төплө белемле булыуына һоҡлана инек...

Бик кәрәкле эш башҡарылдыБик кәрәкле эш башҡарылды
Бик кәрәкле эш башҡарылды

1962 – 1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Министрҙар советы рәйесе булған арҙаҡлы милләттәшебеҙ Зекериә Аҡназаровҡа тыуған районы Баймаҡтың үҙәгендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы майҙанында бюст ҡуйылды. Авторы – Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов. Был йәһәттән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Зекериә Аҡназаров республикабыҙға етәкселек иткәндә Советтар Союзының ныҡлы үҫеш алған ваҡыты ине. Ул осорҙа төбәгебеҙҙә яңы завод-фабрикалар, ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килде. Беҙҙең Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы субъекттарының береһенә әйләнде. Бындай ҡаҙаныштарҙа Зекериә Шәрәфетдин улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Уның шул ҡәҙәр киң ҡарашлы, төрлө өлкәләр буйынса берҙәй төплө белемле булыуына һоҡлана инек. Тәүге һөнәре – уҡытыусылыҡ – Зекериә Шәрәфетдин улының эш алымына ныҡлы йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, ул бер ҡасан да кешегә тауыш күтәрмәне, ҡысҡырып өндәшмәне. Кадрҙарҙы үҫтереү, тейешенсә тәрбиәләү мәсьәләһенә бик етди, яуаплы ҡараны.

Тыуған Баймағында шәхестең исемен мәңгеләштереү – бик дөрөҫ, кәрәкле эш. Был республика етәкселегенең халҡыбыҙҙың тарихына, бөйөк кешеләренә оло ихтирамын, хөрмәтен йәнә бер ҡат раҫланы. Ошондай йүнәлеш артабан да дауам итер тип ышанам, - тине Хәләф Ишморатов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас