8 февралдә Рәсәй фәне көнө билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә фән йәнле үҫешә. Әүҙем үҫешенең сәбәптәренең береһе – дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелеүе, тикшеренеүҙәр уҙғарыу өсөн шарттар булдырыу. Ошо эш сиктәрендә Өфөлә былтыр февраль айында вуз-ара студенттар кампусының тәүге сираты эш башланы. Уның нигеҙендә бөгөнгө көнә 20-ләп лаборатория һәм үҙәктәр булдырылған. Кампустағы бер резиденттың, Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты ғалимдары үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләй.
Доцент, йәшел химия һәм ресурстарҙы һаҡлау технологияһы кафедраһы мөдире Адель Квятковская химик Әмирхановтарҙың династияһының вәкиле. Уның олатаһы Әнүәр Әмирханов билдәле ғалтим була, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң уны Европа лабораторияларына ла эшкә саҡыралар, ләкин ул СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында ҡалырға ҡарар итә. Уның ҡыҙҙары Нәйлә һәм Флора ӨДНТУ-ның һәм БДУ-ның билдәле химиктары булып китә. Нәйлә Әнүәр ҡыҙы профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған химигы, электр химияһы мәктәбенә нигеҙ һала. “Биотехнология” һөнәре буйынса был ғаиләнең дүртенсе быуын вәкиле университетта белем ала.
-Мин БДУ-ның химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым, - ти Адель Квятковская. – Артабан үҙемдең ғилми тикшеренеүҙәремде ӨДАТУ-ның дөйөм химия кафедраһында аспирантурала дауам иттем. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап шунда эшкә ҡалдым. Минең өсөн Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты икеләтә яҡын юғары уҡыу йорто.
Физика-техник институтын тамамлаусы Иҙрис Сәфәрғәлин – органик наноэлектроника һәм яңы материалдар дизайны Йәштәр лабраторияһы хеҙмәткәре. Уның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары: органик электроника, ярым үткәреүсе полимерҙар, органик ярым үткәргестр, ҡояш батареялары һәм башҡалар. Фәнни эшмәкәрлектән тыш, студенттар өсөн уҡыу курстары ла алып бара. Республиканың йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эштәр конкурсында ҡатнашып, еңеүгә лә лайыҡ була.
БДУ-ның филология факультетын тамамлаусы Рената Лоҡманова үҙенең эшмәкәрлеген үҙе уҡыған юғары уҡыу йорто менән бәйләй.
- Студент ваҡыттан уҡ фән менән шөғөлләнә башланым. Университетты тамамлағандан һуң, уҡыта башланым, тикшеренеү эшмәкәрлеген дауам иттем. Фәнни стажировкаларҙы Испания, Ҡытай, Вьетнам илдәрендә үттем, – тип һөйләй йәш ғалим.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.