Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөн беҙ 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнөн билдәләйбеҙ! Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе хөрмәт итәбеҙ, уларҙың хеҙмәттәре һәм өйрәнелмәгәнде белергә ынтылышы беҙгә офоҡтар асып яңы бейеклектәргә алып бара. Бөгөнгө көндә фән йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенең инновацион нигеҙен формалаштыра. Илдең технологик суверенитеты, тотороҡлолоғо һәм дөйөм алға хәрәкәт итеүҙә ышаныслылығы уның уңыштарына бәйле.
Фәнни ҡаҙаныштар көрсөккә уңышлы ҡаршы торорға, ныҡлы тикшерелгән ҡарарҙарҙы табырға һәм төп өлкәләрҙә алға китештә ярҙам итә. Башҡортостан фән өлкәһендә үҙ позицияларын эҙмә-эҙлекле нығыта. Өсөнсө йыл рәттән беҙ Фәнни-технологик үҫештең милли рейтингында топ-10 иҫәбендә. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Республиканың юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми ойошмаларында ҡеүәтле тикшеренеү инфраструктураһы булдырылған - 18 йәштәр лабораторияһы, алты мегалаборатория асылған, алдынғы инженерлыҡ мәктәбе эшләй.
Беҙ тәжрибәле ғалимдарҙы әүҙем йәлеп итәбеҙ һәм йәш тикшеренеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Республика йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса илдә лидер булды. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын эшләтеп ебәреү мөһим ваҡиға булды. Бында перспективалы тикшеренеүҙәр үткәрелә, яңы белем биреү программалары индерелә, университеттар, ғилми ойошмалар һәм юғары технологиялы компаниялар кооперацияһы өсөн шарттар булдырыла. Тиҙҙән кампустың Геном үҙәге үҙ ишектәрен асасаҡ.
Барлыҡ ғалимдарға илһам, яңы фәнни ҡаҙаныштар теләйем. Хеҙмәттәрегеҙ файҙалы һөҙөмтәләр килтерһен, ватандаштарыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәрһен. Һаулыҡ, ижади энергия, именлек һәм бар яҡшылыҡ һеҙгә!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.