Бөгөн кис “Торатау” конгресс-холы умарталай гөрләп торҙо. Күңелле осрашыуҙар, шат ауаздарға тулғайны ул. Бында төрлө йылдарҙа элекке Башҡорт дәүләт университетының (әле Өфө фән һәм технологиялар университеты) Башҡорт филологияһы, шәрҡиәтселек һәм журналистика факультетын тамамлаған кисәге студенттар осрашты. Бының матур сәбәбе лә бар ине – факультетҡа 35 йыл һәм Башҡортостанда башҡорт филологик белем биреүе ойошторолоуға 95 йыл тулды.
Ҡунаҡтарҙы бөгөнгө студенттар һәм факультет уҡытыусылары ишек төбөнән үк шат йылмайып ҡаршы алды. Саҡырылғандар араһында ғалимдар, телселәр, журналистар, уҡытыусылар, билдәле яҙыусылар һәм артистар булды. Уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә – БДУ-ның төп корпусының дүртенсе ҡатындағы факультетыбыҙ.
Башлығыбыҙ Радий Хәбиров исеменән коллективты, студенттарҙы һәм факультетты тамамлаусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов ҡотланы.
“Донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың 1,5 миллионы – Рәсәй, шул иҫәптән 1,2 миллионы Башҡортостанда йәшәй. Беҙҙе башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Уларҙы һаҡлауҙа, милләтте һаҡлауҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур, – тине ул. – 2018 йылда, беҙҙең идара итеү командаһы республиканы яңыртыу процесын башлағас, беҙ мөһим ҡарар ҡабул иттек – башҡорт телен яҡлау иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү менән бер рәттән беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөктәрҙең береһе буласаҡ. Инвестиция, сәнәғәт, төҙөлөш сәғәттәре менән бергә милли телдәр сәғәттәрен үткәрә башланыҡ. Йыйылып, ғалимдар, методистар, яҙыусылар, журналистар менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Факультетығыҙға был эштә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт. Декан Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның шәхси өлөшөн айырым билдәләп үтәм. Һәр берегеҙгә рәхмәт”.
Ысынлап та, ошо йылдарҙа ҙур эштәр башҡарылды, шул иҫәптән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды линияһы буйынса ла. Уҡытыуҙың яңы алымдары барлыҡҡа килде. Уңышлы проекттарҙың береһе – башҡорт теленән диктант. Ул халыҡ-ара кимәленә күтәрелде.
Республикала йыл һайын телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар бүленә. Полилингваль гимназиялар төҙөлә. Беҙҙең айтишниктар башҡорт телендә “Һомай” исемле тәүге аҡыллы колонка эшләп сығарҙы. Башҡорт телендә мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде һәм популярлыҡ яуланы. Йыл һайын, 14 декабрҙә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.
“Иң мөһиме, үҙ асылына әйләнеп ҡайтҡан кешеләр һаны арта. Балалар ата-әсәһе, өләсәһе һәм олатаһы менән туған телен ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән дөрөҫ юлда, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Һеҙҙе ошо ҙур һәм мөһим эштә артабан да әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Башҡорт филологияһы факультеты милли кадрҙар әҙерләү урындарының береһе булды һәм булып ҡала, – тине ул. – Уҡыу йортон тамамлаусылар илдең төрлө мөйөштәрендә уңышлы хеҙмәт итә. Танылған белгестәр булып тора, яуаплы вазифалар биләй. Уларҙың күптәре үҙҙәрен фәнгә, педагогикаға, әҙәбиәткә, журналистикаға арнаған. Улар араһында махсус хәрби операция барышында Ватанды һаҡлаусылар ҙа бар. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт!
Факультетта асыҡлыҡ һәм ижад мөхите булдырылыуын күреү бик ҡыуаныслы. Бында 12 сит илдән меңгә яҡын студент, Рәсәйҙең 18 төбәгенән 20-нән ашыу милләт вәкилдәре уҡый. Юғары кимәлдәге белем алыу, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү факультет студенттарына һәм аспиранттарына Төркиә, Иран, Ҡытай, Корея һәм башҡа илдәрҙең университеттарында уҡыуҙарын дауам итергә мөмкинлек бирә. Факультетта ғәрәп, фарсы, ҡытай, корей, япон һәм төрөк телдәрен ошо телдәрҙә һөйләшеүселәр, сит илдә стажировка үткән уҡытыусылар, саҡырылған шәрҡиәтсе белгестәр уҡыта.
Азат Бадранов Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында факультет деканы Гөлфирә Абдуллина, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған ил һүҙлеге кафедраһы мөдире Гөлфирә Гәрәева, журналистика кафедраһы мөдире Рәмзиә Мостафина, сағыштырма тел ғилеме һәм экскурсия ғилеме кафедраһы мөдире Флүзә Фәтҡуллина, профессор Хәҙисә Солтанбаева һәм башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты доценттары Соно Алиева, Хәҙисә Солтанбаева, Әлфиә Бәхтийәрова, Рәмилә Санъярова һәм башҡалар булды.
Шулай уҡ тыуған факультеттарын билдәле яҙыусылар, журналистар ҡотланы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм башҡалар тәбрикләне һәм үҙҙәренең ведомство наградаларын тапшырҙы.
Барлыҡ сара байрам концерты менән бергә барҙы. Шуныһы – ул факультет студенттары көсө менән ҡуйылды һәм бик матур килеп сыҡты.
Беҙ факультетты төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары менән дә аралаштыҡ. Тәьҫораттары менән уҡыу йортон бынан 45 йыл элек тамамлаған Әлфизә Мофаззал ҡыҙы Сәйфетдинова –уртаҡлашты. Ул ғүмерен Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылында балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, дүрт тиҫтә йыл мәктәптә рус, башҡорт телдәренән, әҙәбиәтенән уҡытҡан, шулай уҡ директор урынбаҫары булған.
– Беҙ Фәрит Бикбулатов менән бер курста уҡыныҡ, уның парта араһына тороп, аудиторияны яңғыратып “Етеган шишмә”не йырлап ебәреүе әле лә хәтерҙә. Бөгөнгө көн минең өсөн бик тулҡынландырғыс. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым, 18 йәштән мәктәптә эш башланым. Маҡсатыма өлгәштем, ситтан тороп уҡырға индем. Уҡыу йорто миңә белем бирҙе, тормош мәктәбе булды. Миңә генә түгел, ҡыҙыма ла ҡанат ҡуйҙы университет. Ҡыҙым Луиза Шаптиева факультеттың журналистика бүлеген тамамлап, “Башҡортостан” гәзитендә эшләне. Әле Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә эшләй. Тап ошо уҡыу йортонда, баш ҡалабыҙ Өфөлә уҡыуым менән яҙмышыма рәхмәтлемен, – тине ул.
Факультеттың башҡорт журналистикаһы бүлексәһен 2007 йылда тамамлаған билдәле тележурналист Гөлсимә Иштанова түбәндәгеләрҙе әйтте:
– Беҙҙең курс 2002-2007 йылдарҙа уҡыны. Яңылышмаһам, беҙҙең башҡорт төркөмөндә генә 30 кеше инек, 15 кеше бюджет нигеҙендә, ҡалғаны түләүле уҡый. Рус төркөмөндә лә шул сама. Тағы татар төркөмө бар, 12 самаһа студент уҡыны. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ниндәй ҙур конкуренция? Беҙ беренсе курстың беренсе семестрында уҡ бөтөн гәзит-журналдарға, радиоға, телевидениеға йүгерә башланыҡ. Ижади аттестацияны ваҡытында тапшырырға кәрәк бит.
Лекциялар, семинарҙар, практик дәрестәр, сессия – уҡыған саҡта ялҡытып китһә лә, һуңынан ҡәҙере арта. Баҡһаң, ошо ялҡытҡыс дәрестәр беҙҙән кеше әүләгән икән дә. Сессияға әҙерлек ваҡыты үҙе айырым мәктәп. Хәҙергесә әйткәндә, стрессҡа ҡаршы тора белеү һәләтен тәрбиәләгән.
Гел курсташтар менән күмәкләп әҙерләнә инек дөйөм ятаҡта. Әҫәрҙәрҙе, билеттарҙы бүлешеп алабыҙ ҙа, йыйылышып бер-беребеҙгә һөйләйбеҙ. Һуңынан, имтихандан сыҡҡас, йәнә һөйләшәбеҙ - кемгә ниндәй билет эләккән, кем һөйләгәне эләккән - быныһы инде коллектив алдында яуаплылыҡ. Әйтәләр бит, вуз теоретик белем генә бирмәй, ул дуҫлашырға, тормошта үҙ урыныңды табырға өйрәтә, тип.
Күмәк булһаҡ та, уҡыу ваҡытында ныҡ иләнмәнек, яҡынса шул составта диплом алдыҡ, һуңынан күбебеҙ һөнәргә тоғролоҡ һаҡланы.