Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2025, 14:15

Радий Хәбиров был уҡытыусылар менән дә осрашырға теләй

Быйыл ОБЖ һәм хеҙмәт кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. 

Радий Хәбиров был уҡытыусылар менән дә осрашырға теләйРадий Хәбиров был уҡытыусылар менән дә осрашырға теләй
Радий Хәбиров был уҡытыусылар менән дә осрашырға теләй

2025 йылда “Йәштәр һәм балалар” яңы милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәрен “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт (Технология)” предмет кабинеттары өсөн ҡорамалдар менән йыһазландыралар. Ошо маҡсатҡа 203,5 миллион һум ҡаралған. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

Яңы комплекттар республиканың 689 муниципаль һәм 22 дәүләт мәктәбенә тапшырыла.

– Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды яуланы, – тине Илдар Мәүлетбирҙин.

“Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” предметы өсөн ҡорамалдар исемлегендә – 31 позиция, шул иҫәптән беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн тренажер-манекендар, Калашников автоматы, Макаров пистолеты, ҡул гранаталары макеттары, шулай уҡ газдан һаҡлай торған саралар, респираторҙар.

Хеҙмәт кабинеттары яңы фрезер, лазер һәм ағас эшкәртеү станоктары, ҡоралдар һәм верстактар, тегеү машиналары, электр плиталары һәм башҡа кухня ҡулайламалары менән йыһазландырыла.

Бынан тыш, милли проект сиктәрендә технология буйынса дәрестәрҙе “Робототехника” модуле менән тулыландыралар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса йыйылмалар, шәхси компьютерҙа пилотһыҙ осоу оҫталыҡтарын өйрәнеү өсөн симуляторҙар, һанлы лабораториялар, 3D-баҫыу өсөн принтерҙар, интерактив ҡорамалдар һатып алалар.

Башҡортостан Башлығы йәш быуынды тәрбиәләү өсөн тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм хеҙмәт дәрестәренең әһәмиәтен билдәләне, шулай уҡ ошо предметтарҙың уҡытыусылары менән осрашыу ойошторорға ҡушты.

– Мин улар менән һөйләшеп, улар өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе тикшерергә теләйем. Улар йәштәребеҙ башына бик күп ҡиммәтле нәмәләр һалған кешеләр, – тине Радий Хәбиров. – Һәм беҙ география уҡытыусылары менән осрашыу планлаштырғанбыҙ ҙа инде – улар Ватаныбыҙҙың мәҙәниәтен, матурлығын һәм байлығын таратыуҙа иң төп кешеләр. Улар бик ҡиммәтле белем бирә. Бындай осрашыуҙар үткәрһәк, бик яҡшы булыр тип иҫәпләйем.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас