Белем һәм тәрбиә
19 Февраль 2025, 16:15

Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса

"Әгәр баҡсала бер төрлө генә сәскә булһа, ул бигүк матур ҙа, йәнле лә булмаҫ ине".

Туған тел ҙур мөмкинлектәр асаТуған тел ҙур мөмкинлектәр аса
Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда 160 тирәһе милләт вәкиле йәшәй. Уларға рухи ҡиммәттәрен, туған телен һаҡлау өсөн республикабыҙҙа юл асыҡ. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән һәр халыҡтың үҙенең дә тырышыуы, төрлө юлдар эҙләүе мөһим. Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Тел берләштерә. Туған телдең йәмғиәт тормошондағы өлөшө” тигән тема буйынса үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

“Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә “маңҡорт” тигән һүҙ йыш осрай. Тарихына килгәндә, ул бөйөк “Манас” эпосынан алынған. Унан күреп, Сыңғыҙ Айытматов үҙенең “И дольше века длится день” романында ошо терминды ҡулланған. Маңҡорт – бөтә рухи ҡиммәттәрен юғалтып, ҡол хәлендә ҡалған кеше. Туған телеңә, мәҙәниәтеңә, тарихыңа ҡарата ҡәҙерһеҙ булыу, уларҙың бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битарафлыҡ – күңел ҡоллоғоноң ысын билдәһе ул”, – тине сығышында республика Мәҙәниәт министрлығының Этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нурлан Ғәниев.

Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла туған телдең һәр кешегә киң мөмкинлектәр асыуын, уны бар яҡлап үҫтереүен билдәләне. Мәҫәлән, Башҡортостандың һәм Азербайжандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, шағир, тәржемәсе, халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты Балоглан Рзаев туған телен белеүе арҡаһында тәржемә эшенә тотоноп, һөҙөмтәлә башҡа бихисап халыҡ вәкилдәре менән “бер йән”гә әйләнеүе, ғүмерлек дуҫтар табыуы хаҡында һөйләне.

– Кешелек, гүйә, сәскәле баҡса, – тине ул. – Аллы-гөллө сәскәләр – төрлө халыҡ вәкилдәре. Барыһы ла ҡояшҡа, тимәк, яҡтыға, үҫешкә ынтыла. Халыҡтар ҙа бер-береһенән күреп, өйрәнеп, өлгө алып алға бара. Әгәр баҡсала бер төрлө генә сәскә үҫһә, бигүк матур ҙа, йәнле лә булмаҫ ине. Шуның һымаҡ, милләттәрҙең төрлөлөгө – еребеҙҙең байлығы. Аллаһ Тәғәлә уларҙы аралашһын, бер-береһен үҫтерһен өсөн яралтҡан, – тине сығышында Балоглан Джәлил улы.

“Бельские просторы” журналы баш мөхәррире, яҙыусы Юрий Горюхин, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, тарих фәндәре докторы Ирина Сухарева, шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Ҡәйепова туған телдәрҙе һаҡлау йәһәтенән айырыуса йәш быуынға иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне. Уларға төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге киң. Мәҫәлән, Лилиә Ҡәйепова йәштәргә туған телгә ҡағылышлы төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып тоторға кәңәш бирҙе. “Улар халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе киң пропагандалау мөмкинлеген бирә”, – тине шағирә, үҙенең эшмәкәрлегенән миҫалдар килтереп.

Сарала махсус хәрби операция яугире Ринат Күлтоманов та ҡатнашып, илебеҙгә ҡаршы сәйәсәт алып барған дәүләттәрҙең рухи ҡиммәттәребеҙгә, туған телдәргә ҙур хәүеф менән янауын билдәләне, уларға лайыҡлы яуап биреү өсөн асылыбыҙға тоғро ҡалыу, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға, динебеҙгә ныҡлы иғтибар йүнәлтеү, уларҙы үҫтереүгә бар көсөбөҙҙө һалыу мөһим, тине.

Сарала йәштәр, студенттар күп булды, улар – төрлө милләт вәкилдәре. “Рус теле беҙҙе берләштереп, һәр ҡайһыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен бер-беребеҙгә танытыу мөмкинлеген бирә. Уның да таҙалығын бергәләп һаҡларға кәрәк. Юғиһә һуңғы йылдарҙа рус теленә сит-ят һүҙҙәр йыш инә, быға айырыуса йәштәр сәбәпсе. Илдең ныҡлығы рухи ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләүҙән башлана”, – тип ултырышта әйтелгәндәрҙе дәррәү хупланы йәштәр ҙә.   

Фотолар Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто төркөмөнән.

Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса
Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса
Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса
Туған тел ҙур мөмкинлектәр аса
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас