“Мәғариф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар” тип аталған сара барышында университеттың башҡорт филологияһы факультетында Фирҙәүес Хисамитдинова исемендәге аудитория асылды. Шулай уҡ данлыҡлы профессорҙың ғилми-методик хеҙмәттәренең күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Артабан ғалимдәр уҡыу йортоноң 3-сө корпусында фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды. Университеттың ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса проректоры Светлана Гәрәева алып барған был сарала Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм башҡа фәнни һәм юғары уҡыу йорттары ғалимдары докладтар менән сығыш яһаны.
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова (1950 йылдың 1 ғинуары – 2023 йылдың 3 октябре) – Рәсәй лингвисы, башҡорт теле буйынса белгес, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. 1985 – 1993 йылдарҙа ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетында башҡорт теле кафедраҙы мөдире, башҡорт филологияһы факультеты деканы вазифаларын биләгән, 1993 йылдан – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, ә 2003 йылдан ошо уҡ институттың ғилми етәксеһе булған.
Автор фотоһы.