Йәштәр төҙөлөш форумы 20 һәм 21 февралдә “Урал Төҙөлөш Индустрияһы” форумы сиктәрендә үтте. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик фекеренсә, заман талаптарына дөрөҫ яраҡлаша белеү бөгөн бик мөһим.
- Яһалма интеллект, заманса технологиялар – ул да яраҡлашыу төрө һәм уны йәш белгестәр үткәрергә тейеш, — тине ул форумда. - Тап һеҙ бизнес-процестарҙы яңыса ҡарай, унда уникаль технологияларҙы, ҡарарҙарҙы интеграциялай алаһығыҙ, ә беҙҙең бурыс - һеҙгә дөрөҫ йүнәлеш биреү. Был форум тап ошо хаҡта ла. Буласаҡ төҙөүселәргә мөһим мөрәжәғәт - стеналарҙы емереүҙән, күперҙәр төҙөүҙән, берләшеп тармаҡты үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ. Тармаҡ шуны көтә.
Республика хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан - төҙөлөш тармағында илдең алдынғы төбәктәренең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Йәштәрҙе системалы фекерләүҙе үҫтерергә, етештереү процесының асылына төшөнөргә, стандарт булмаған ҡарарҙар табырға саҡырам. Бер нисә йылдан республиканың төҙөлөш тармағы әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы йәш белгестәр менән тулыланыр тип ышанам, - тине ул.
Форумда төрлө белем биреү саралары ойошторолдо. Ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, вакансиялар йәрминкәһе, төҙөлөш викторинаһы үтте. Студенттар лифт ҡорамалдары һәм эске инженер селтәрҙәре менән күп фатирлы ағас йорт та йыйҙы. Вакансиялар һәм стажировкалар йәрминкәһендә булдылар. Форум йомғаҡтары буйынса 10 студент производство практикаһына һәм стажировкаға сертификаттар алды.
Фото: пресс-службы правительства РБ.