Белем һәм тәрбиә
25 Февраль 2025, 15:45

Андрей Назаров “Берлога” платформаһын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу тураһында

Йыл һайын “Берлога” киберфизик платформаһына унлап төбәк ҡушыла. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә уртаҡлашты:

Андрей Назаров “Берлога” платформаһын  Башҡортостанда тормошҡа ашырыу тураһындаАндрей Назаров “Берлога” платформаһын  Башҡортостанда тормошҡа ашырыу тураһында
Андрей Назаров “Берлога” платформаһын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу тураһында

Йыл һайын “Берлога” киберфизик платформаһына унлап төбәк ҡушыла. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә уртаҡлашты:

“Һәр саҡ беҙ быға әсә балаһына шатланған кеүек шатланабыҙ. Башҡортостандың ундай хоҡуғы бар – пилот төбәге булараҡ, ул ошо уникаль проекттың идеянан алып тормошҡа ашырылыуына саҡлы ҡатмарлы юл үтте.

Уның һөҙөмтәләре тураһында Мәскәүҙә Милли киберфизик плтформаһының II Бөтә Рәсәй конференцияһында һөйләнем.

“Берлога” менән беҙ 2023 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ. Бөгөн беҙҙә был проектҡа ете мең мәктәп уҡыусыһы ылыҡтырылған, 103 технологик түңәрәк һәм 20 таяныс майҙаны эшләй, техник түңәрәктәрҙә 40 мең уҡыусы шөғөлләнә.

Беҙ киберспортты  популярлаштырыуҙа алға киттек. “Берлога: умартаны яҡлау” флагман уйыны эшләнек һәм уның базаһында даими рәүештә программалаштырыу буйынса турнирҙар уҙғарабыҙ. Юғары уҡыу йорттары кампусында киберфизик инновациялар оҫтаханаһын астыҡ.

Стратегик инициативалар агентлығына һәм Технологик түңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар ассоциацияһына пилот төбәге итеп Башҡортостанды һайлағандары өсөн рәхмәт”.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас