“Росхим” акционерҙар йәмғиәте үҙенең предприятие-активтары менән берлектә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында белем биреү проекттарын тормошҡа ашырыуҙа дауам итә. Төп сараларҙың береһе – Росхимдың ҙур олимпиадаһы быйыл бөтә Рәсәй кимәленә сыға.
Был олимпиада – һәләтле йәштәрҙе, уҡытыусыларҙы, фән берләшмәһе, сәнәғәт вәкилдәрен берләштергән уникаль майҙансыҡ. Олимпиадала ҡатнашыусылар фәндә һәм сәнәғәттә буласаҡ лидерҙар булырына ла ышаныс ҙур.
Әйтергә кәрәк, йыл һайын “Росхим” һәм “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәттәре Башҡортостандың көньяҡ мәктәптәре өсөн химия буйынса ҙур олимпиада уҙғара. Алты йыл проект тормошҡа ашырылыуы дауамында унда байтаҡ уҡыусы йәлеп ителә. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта, проекттың географияһы ла киңәйә бара. 2025 йылда “Росхим” акционерҙар йәмғиәте етәкселеге проектты яңы кимәлгә сығарырға ҡарар итте. Унда компанияның предприятие-активтары булған Рәсәйҙең биш төбәгенән мәктәп уҡыусылары йәлеп ителә. Улар – Башҡортостан, Пермь крайы, Ҡырым, Волгоград өлкәһе, Алтай крайы.
Бөгөн Өфөлә уҙғарылған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барҙы. Унда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин да ҡатнашты.
– Беҙҙең төбәктең төп сәнәғәт тармағы нефть химияһы икәнлеген барыбыҙ ҙа белә. Стәрлетамаҡ ҡалаһын алғанда химия тармағы, химия сәнәғәте унда айырыуса йәнле үҫешә. Был өлкәлә эре предприятиелар эшләй. Улар һөнәри кадрҙарға мохтаж. 2016 йылда Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге тарафынан, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторолған башланғыс бөгөн киңәйә, үҫеш ала. Олимпиаданың әһәмиәте ҙур, сөнки химия сәнәғәте өсөн кадрҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән әҙерләргә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ, – тине ул.
Матбуғат конференцияһында олимпиаданың маҡсаттары тураһында һөйләнелде. Яңы форматы күрһәтелде, үткәреү этаптары, ваҡыты тураһында мәғлүмәт еткерелде. Быйылғы олимпиадаға старт бирелде. Уның тәүге этабы онлайн рәүештә үтә, унда теләгән һәр уҡыусы ҡатнаша.
“Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының совет ағзаһы Айнур Ғүмәровтың ҡатнашыуы ла сараны байытты. Был эштең химия өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлауға маҡсатланыуын әйтте. Олимпиадала ҡатнашыуыслар өсөн мәсьәләләр әҙерләү, тикшереү буйынса ла был ассоциация ҙур эш алып бара.
Химия фәненә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу тураһында ла йәнле фекер алышыу барҙы. Был йәһәттән химия уҡытыусыларының фекерҙәрен ишетеү урынлы булды. Уҡыусылары даими уңыштар яулаған уҡытыусыларҙың береһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Алмас Насретдинов был йәһәттән фәһемле кәңәштәрен бирҙе.
- Үҙем әле уҡытҡан мәктәбемдә белем алдым һәм уҡытыусым хаҡлы ялға киткәс, уның урынына эшкә ҡайттым. Ольга Петрова класс етәксем дә, химия фәненән бик көслө уҡытыусым да ине. Миндә лә ошо фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алды. Хәҙер үҙемдең уҡыусыларым химия фәненә ылыҡһын, яратһын өсөн төрлө алымдар ҡулланам. Ошо фән буйынса уңыштар яулаған юғары класта уҡыған уҡыусыларымды, ошо йүнәлеш буйынса белем алған студенттарымды ла дәрестәргә саҡырам. Мәҫәлән, 11-селәр бәләкәйерәк кластарға аңлатһа йәки студенттар килеп үҙҙәренең тәжрибәһенән сығып кәңәш бирһә, ул балаларға файҙаға ғына. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында уңыштарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Быйыл 9-11-се кластарҙан 11 кеше, 7-8-се кластарҙан дүрт уҡыусы химия буйынса республика кимәлендә урын алды. Ике егет йомғаҡлау этабында үҙенең белемен һынаясаҡ. Үткән йылдарҙа һуңғы этапҡа тиклем етеп, ҡаҙаныштарыбыҙ булды, – тип һөйләне химия уҡытыусыһы.
Росхимдың ҙур олимпиадаһы тәүҙә Стәрлетамаҡ, Ишембай төбәге өсөн уҙғарылһа, хәҙер Башҡортостан, Рәсәй кимәленә сығыуына ла һөйөнөсөн белдерҙе.
Шулай итеп быйылғы олимпиада башланғыс алды. Ул яңынан-яңы һәләтле йәштәрҙе асһын.
Автор фотолары.